ФЕДОСОВ Владимир Сергеевич
1023
ФЕДОСОВ Владимир Сергеевич (3.9.1984, Бөрө ҡ.), спортсы. Уҡ атыу б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2001). Хәрби физик культура ин‑тын тамамлаған (С.‑Петербург, 2006). Уҡ атыу б‑са ДЮСШ тәрбиәләнеүсеһе (Бөрө; тренеры Л.А.Федосова). Рәсәй чемп. (2008, 2011) һәм Рәсәй кубогын яулаусы (2008), шәхси зачётта Рәсәй чемпионаттарының (2008—09) һәм Рәсәй кубогының (2009) көмөш призёры; микста (ҡатнаш пар) донъя чемп. һәм команда зачётында донъя чемпионатының көмөш призёры (икеһе лә — 2009). Шәхси һәм команда зачёттарында 11 тапҡыр Рәсәй рекордсыһы (2008). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (2008—12 йй.).
Тәрж. Ғ.Р.Бирҙина
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Энциклопедиялар: