Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФЕОФИЛАКТОВ Владимир Иванович

Просмотров: 681

ФЕОФИЛАКТОВ Владимир Иванович (13.9.1937, Силәбе ҡ.), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (1992), проф. (1994). Силәбе политехник ин‑тын тамамлағандан һуң (1959) “Академик В.П.Макеев исемендәге конструкторҙар бюроһы” Дәүләт ракета үҙәгендә эшләй: 1970 й. алып бүлек нач., 1986 й. — ген. конструктор урынбаҫары, бер үк ваҡытта 1988—2000 йй. Дәүләт ракета үҙәге эргәһендәге ӨДАТУ‑ның энергия ҡулайламалары каф. мөдире; 1998 й. башлап машиналар эшләү з‑дында: ғилми етәксе, 2003 й. — техник дир. урынбаҫары, бер үк ваҡытта 2000—02 йй. “Конверсия‑ТЭК” ЯАЙ президенты (бөтәһе лә — Мейәс ҡ.). Фәнни эшмәкәрлеге осоу аппараттарының энергия ҡулайламаларын һәм системаларын проектлауға арналған. Ф. етәкс. диңгеҙҙә урынлашҡан баллистик ракеталар өсөн көйләнеүсе двигатель ҡулайламалары, ракеталарҙың өрҙөрөү системалары өсөн түбән т‑ралы газогенераторҙар проектлауҙың нигеҙҙәре, нефтехимия ҡорамалдарының төрлө төрҙәре уйлап сығарылған. 50‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 16 уйлап табыу авторы. СССР Дәүләт пр. лауреаты (1984). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м-н бүләкләнгән (1971, 1978).

Х е ҙ м.: РДТТ с регулируемым модулем тяги. Миасс, 1994 (авторҙ.); Регулируемые твердотопливные двигательные установки. Уфа, 1996 (авторҙ.); Струйные гидравлические рулевые машины. Уфа, 2002 (авторҙ.).

Э.Ғ.Ғимранов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019