Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФЕРСМАН Александр Евгеньевич

Просмотров: 1428

ФЕРСМАН Александр Евгеньевич (27.10.1883, С.‑Петербург — 20.5.1945, Сочи ҡ.), геохимик‑минералог. СССР ФА акад. (1919; 1926—29 йй. вице‑президент), проф. (1910). Мәскәү ун‑тын тамамлаған (1907). Фәнни эшмәкәрлеге файҙалы ҡаҙылмалар минералогияһына, геохимияһына, геологияһына һ.б. арналған. Ф. тарафынан кларктарҙың һәм элементтар миграцияһының, органик булмаған тәбиғи процестар энергетикаһының проблемалары өйрәнелгән һәм геоэнергетика теорияһы тәҡдим ителгән, унда минералдар кристаллашыуының эҙмә‑эҙлелеге кристаллик рәшәткәнең даими дәүмәле м‑н бәйле; файҙалы ҡаҙылмаларҙы геохимик эҙләү ысулдарын ҡулланыу кәрәклеге нигеҙләнгән. СССР ФА‑ның Уралда етештереү көстәрен өйрәнеү б‑са комплексы экспедицияһында ҡатнашҡан, уның барышында Ф. тарафынан аҫыл таштар һәм биҙәү таштары, ш. иҫ. Ҡалҡан, Малай‑Муйнаҡ, Әүешкүл ятҡылыҡтарының һәм сығанаҡтарының (БР‑ҙың Учалы р‑ны) йәшмәһе, өйрәнелгән. РФА Урал бүлексәһенең Илмән дәүләт ҡурсаулығына нигеҙ һалыусыларҙың береһе. 1500‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Ленин (1929), Сталин (1942) пр. лауреаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. (1943), Рәсәй минералогия йәмғиәтенең А.И.Антипов ис. алтын миҙалы (1909) м‑н бүләкләнгән. СССР ФА‑ның Ф. ис. пр. булдырылған (1946).

Хеҙм.: Геохимия: в 2 т. Л., 1934; Пегматиты. Т.1. Гранитные пегматиты. М.; Л., 1940; Очерки по истории камня. В 2 т. Т.1. М., 1954.

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: