Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФЕРУЛА

Просмотров: 543

ФЕРУЛА (Ferula), сатыр һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 170 төрө билдәле, Евразияның һәм Африканың ҡоро һәм таулы өлкәләрендә таралған. Башҡортостанда каспий Ф. һәм татар Ф. үҫә. Моно‑ йәки поликарпик күп йыллыҡ төкһөҙ үләндәр. Һабаҡтары яңғыҙар, йыуан, ныҡ тарбаҡланған, бейеклеге 30—100 см. Япраҡтары күп тапҡыр ҡауырһын һымаҡ теленмә; һабаҡ япраҡтары — эре йәки ҙур булмаған еңсәләр м‑н, тамыр яны япраҡтары розеткаға йыйылған. Сәскәләре ваҡ, һарғылт төҫтә, актиноморф, ике енесле йәки өлөшләтә һеркәле, һепертке сәскәлектәре барлыҡҡа килтергән ҡатмарлы сатырҙарҙа урынлашҡан. Сатырҙары 10—12 сәскәле; үҙәктә — ике енесле сәскәләр м‑н, сите — оҙон һаптарҙа, ата йәки ҡатнаш сәскәләре бар. Июнь—июлдә сәскә ата. Емеше — һалынҡы емеш, авг. өлгөрә. Татар Ф. далала, ташлы яланғаслыҡтарҙа, ҡоро битләүҙәр һәм урман ситтәре буйлап үҫә, Башҡортостандың Урал алдында (Ейәнсура, Күмертау, Стәрлетамаҡ р‑ндары) һәм Башҡортостандың Урал аръяғында (Баймаҡ, Хәйбулла р‑ндары); каспий Ф. (составында кумариндар бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла) һирәгерәк респ. көньяҡ өлөшөндә татырлыҡта һәм балсыҡлы битләүҙәрҙә осрай.

Ә.Х.Ғәлиева

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019