Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВОЛГА БУЙЫ ҺӘМУРАЛ КОМПОЗИТОРҘАРЫ МУЗЫКАҺЫ ФЕСТИВАЛЕ

Просмотров: 1030

ВОЛГА БУЙЫ ҺӘМ УРАЛ КОМПОЗИТОРҘАРЫ МУЗЫКАҺЫ  ФЕСТИВАЛЕ. 1982 й. алып йыл һайын  (1996—2001 йй., 2009 й. башҡа)  Ижевск, Йошкар‑Ола, Ҡазан, Саранск,  Сыктывкар, Өфө, Силәбе, Чебоксар  ҡҡ. үтә. Р.Х.Ғәзизов һәм РСФСР-ҙың,  ТАССР-ҙың һәм Ҡараҡалпаҡ АССР‑ының  атҡ. сәнғәт эшмәкәре М.З. Яруллин  инициативаһы м‑н булдырыла.  Ойоштороусылары — РФ Комп. союзы,  РФ Мәҙәниәт һәм киң коммуникация‑  лар министрлығы. Фестиваль сиктәрендә  симфоник, камера һәм хор музыкаһы  концерттары, музыка белгестәре  һәм фольклорсыларҙың фольклор-этнографик  кәңәшмәләре, ижади бәхәстәр,  Урал һәм Волга буйы төбәгендә  проф. музыка үҫеше мәсьәләләре  б‑са  РФ Комп. союзының секретариаттары  һәм пресс‑конференциялар  үтә.  Өфөлә 1983 й., 1989 й., 1995 й.,  2008 й. һәм 2014 й. уҙғарыла. Ойоштороусылары — БР Мәҙәниәт министрлығы  һәм Комп. союзы. Ҡатнашыусылар  араһында  Милли симфоник  оркестр, Хор капеллаһы, Башҡорт  филармонияһы солистары, “Оскар-ансамбль”,  Опера һәм балет театры  хоры һәм симфоник оркестры, Мари,  Саранск, Татар, Удмурт, Сыуаш опера  һәм балет театрҙары солистары һәм  коллективтары. 

2‑се фестивалдә (1983) симфоник  музыка  әҫәрҙәре: А.К. Яшмолкиндың  (Мари АССР‑ы) Фортепьяно м‑н оркестр  өсөн концерты, Ш.К. Шәрифуллиндың  Симфоник оркестр өсөн “Йыйын”  концерты, Р.Ә. Йәнекәевтең  (икеһе  лә — ТАССР) “Муса Йәлил иҫтәлегенә”  (“Памяти Мусы Джалиля”)  вокаль‑симфоник поэмаһы,  Л.З.Исмәғилеваның  “Симфоник күренештәр”  (“Симфонические сцены”), Ғәзизовтың (икеһе лә — БАССР) Эстрада-симфоник  оркестр өсөн концерты  һ.б.; камера  музыкаһы әҫәрҙәре:  Р.М.Яхиндың  (ТАССР) “Серле һағыш” (“Тайная  грусть”) вокаль циклы,  Р.М.Хәсәновтың  (БАССР) “Ҡурай  тураһында легенда” (“Легенда о курае”)  балетынан сюита, Г.Г.Вдовиндың (Мордва  АССР‑ы) 2‑се Сонатаһы һ.б. тәҡдим  ителә. 

8‑се фестивалдә (1989) камера музыкаһы концерты уҙа: Р.Н. Сабитовтың  (БАССР) Виолончель өсөн сонатаһы, Г.Венцелдең (Германия) 1‑се  Септеты (“Дилижан”), Х.В. Вәлиуллиндың  (ТАССР) Скрипка һәм фп.  өсөн ике бейеүе һ.б.; хор музыкаһы  концерты: Н.Ә.Дауытов, А.Х. Ғабдрахманов,  Ш.Ш.Ибраһимов, А.Т. Кәримов,  С.Р.Сәлмәнов, Х.Ф.Әхмәтов  (бөтәһе лә — БАССР) һ.б. әҫәрҙәре; симфоник  музыка концерты: Н.Н. Митиндың  (Мордва АССР‑ы) “Рузаевка. 1905  йыл” (“Рузаевка. 1905 год”) симфонияһы,  В.П.Даниловтың (Мари АССР‑ы)  Валторна м‑н оркестр өсөн концерты,  Т.Ройтерҙың (Германия) Оркестр өсөн  өс пьесаһы, Йәнекәевтең Фортепьяно  м‑н оркестр өсөн концерты, Р.Ф.Кәлимуллиндың  “Болғарҙар” симфония‑поэмаһы; вокаль‑оратория музыкаһы  концерты: Б.Ғ.Мөлөковтың  (бөтәһе  лә — ТАССР)  “Туҡай” солистар, хор һәм симфоник  оркестр өсөн ораторияһы,  Исмәғилеваның  (БАССР)  “Таҡташ‑симфония”  (“Такташ-симфония”)  тауыш һәм симфоник оркестрөсөн  әҫәре  һ.б. 

14‑се фестиваль концерттарында (1995) А.В. Проскуриндың Камера оркестры өсөн  симфонияһы, Н.М. Шабалиндың  (икеһе лә — Удмуртия)  “Удмурт моңо” (“Удмуртский  напев”) симфоник әҫәре, В.П.  Куприяновтың (Марий Эл респ.) “Сәскәләр  байрамы” (“Праздник цветов”)  увертюраһы, Д.Д.Хәсәншиндең “Урал  иртәһе” симфоник поэмаһы, Р.Ғ.Ҡасимовтың  (икеһе лә — БР) Флейта  өсөн сонатаһы, Ю.П.Григорьевтың “Халыҡ  стилендә” (“В народном стиле”)  тромбон һәм фп. өсөн пьесаһы (Сыуашстан), А.Б.Лупповтың (ТР) Виолончель  һәм фп. өсөн сонатаһы һ.б. 

“Волга һәм Урал араһында” (“Между  Волгой и Уралом”) исемле 21‑се  фестиваль (2008) “Рәсәй музыкаһы  панорамаһы” (“Панорама музыки  России”) Бөтә Рәсәй фестивале сиктәрендә уҙа һәм РФ Комп. союзының  50 йыллығына арнала. Фестивалдә  беренсе тапҡыр Коми Респ. композиторҙары ҡатнаша. 50‑нән ашыу әҫәр  башҡарыла, улар араһында А.Д. Хәсәншиндең  4‑се Ҡыллы квартеты,  В.М.Скобелкиндың “Фламинго” гитара өсөн сонатаһы, Р.Х.Сәхәүетдинованың  Ҡыллы квартеты, А.Р. Сәлмәнованың “Уралҡай”, Ғ.С. Дәүләтбирҙиндың  (бөтәһе лә — БР) “Ҡайтыу” хор  (a capella) өсөн вокаль циклы, Р.Ф. Зариповтың  Солист, ҡатнаш хор һәм  орган өсөн “Башҡорт триптихы”  (“Башкирский триптих”), Лупповтың  (икеһе лә — ТР) “Мәңгелек рух”  (“Бессмертная душа”) дини триптихы һ.б.

Э.М.Давыдова

Тәрж. Ә.Х.Ҡоҙабаева

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019