Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФЕТИСОВ Владимир Станиславович

Просмотров: 937

ФЕТИСОВ Владимир Станиславович (5.7.1963, Өфө), инженер‑электрик. Техник ф. д‑ры (2006). ӨАИ‑ны тамамлаған (1986), 1989 й. алып шунда уҡ эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге шыйыҡ дисперслы мөхиттәрҙең физик үҙсәнлектәрен үлсәү ысулдарын, сараларын өйрәнеүгә һәм уйлап табыуға, ш. уҡ пилотһыҙ осоу аппараттары өсөн сервис платформалары эшләүгә арналған. Ф. тарафынан эмульсияларҙың фаза составын үлсәү өсөн ҡатнаш акустоэлектрик датчиктар, сәнәғәт пр‑тиеларында эмульсияларҙың һәм суспензияларҙың концентрацияһын билдәләү өсөн фотометрик ҡоролмалар төҙөү б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелгән, һыу ятҡылыҡтарындағы һәм резервуарҙағы һыуҙың сифатын контролдә тотоу өсөн портатив WT‑07 болғансыҡ үлсәгесе уйлап сығарылған (2008 й. үлсәү сараларының РФ Дәүләт реестрына индерелгән). 130‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 25 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Фотометрические полевые средства измерений концентрации жидких дисперсных систем. Уфа, 2005; Беспилотная авиация: терминология, классификация, современное состояние. Өфө, 2014 (авторҙ.).

В.Х.Ясовеев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: