Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФЕХТОВАНИЕ

Просмотров: 1321

ФЕХТОВАНИЕ (нем. fechten — алышыу, көрәшеү), рапира, ҡылыс һәм шпага м‑н ҡара‑ҡаршы көрәште үҙ эсенә алған спорт төрө. Башҡортостанда Ф. 20 б. 50‑се йй. алып үҫешә. 1959 й. Өфө йәштәр спорт мәктәбе эргәһендә (ҡара: Юғары спорт оҫталығы мәктәбе) Ф. бүлеге асыла. 1965 й. Ф. б‑са секциялар Өфө Пионерҙар һарайында (ҡара: Комаров В.М. исемендәге балалар ижады һарайы), “Буревестник” һәм “Хеҙмәт” ДСО‑ларында эшләй; 70‑се йй. “Зенит” ДСО‑һының Башҡ‑н өлкә советы эргәһендә ДЮСШ, Салауат Юлаев исемендәге спорт клубында, “Юлдаш” физик культура йортонда, “Локомотив” ДСО‑һында секциялар асыла. А.Н.Стешин респ. Ф. б‑са тәүге СССР спорт мастеры була (1964). Халыҡ‑ара ярыштарҙа Р.Р.Ғәниев, Ә.К.Ибраһимов, Р.Р.Нәсибуллин, Д.В.Петров, Т.М.Сафин, В.Р.Әйүпов, А.К.Әхмәтхужин юғары һөҙөмтәләр күрһәтә, ш. уҡ инвалид спортсылар И.В.Андреев — донъя (2010) һәм Европа (2009, 2011) чемпионаттарының бронза призёры, М.Р.Йосопов — Европа чемпионаттарының көмөш (2009, 2011) һәм донъя чемпионаттарының бронза (2011, 2013) призёры, А.Ф. Ҡурамшина — Донъя (2010) һәм Европа (2011) чемп., шәхси зачётта Донъя кубоктарын яулаусы (2010—12) һ.б. Паралимпия уйындарында ҡатнашыусылар — Андреев һәм Йосопов (икеһе лә — 2008, 2012), Т.Ф.Фәйзуллин һәм Т.З.Хәмәтшин (икеһе лә — 2012). Өфөлә Ф. б‑са олимпия резервы спорт мәктәбе эшләй, унда 1 меңдән ашыу кеше шөғөлләнә (2016). Уҡыу-күнекмә дәрестәре “Аҡбуҙат” ипподромының, “Глобус” балалар ижады үҙәгенең, БР Юғары спорт оҫталығы әҙерләү үҙәгенең, спорт профилле 5‑се респ. мәктәп‑интернатының (бөтәһелә — Өфө) махсус спорт залдарында үткәрелә. 1961 й. башлап БР Ф. федерацияһы эшләй. Ф. м‑н тренерҙар Л.Р.Грушина, Е.И.Емельянов, В.Н.Прокаев, Д.Ф.Сәйфетдинов, С.И.Тихонов, Ю.Ю.Хозиков, Р.И. Әйүпов халыҡ‑ара категориялы судьялар В.Н.Егоров, Р.Р.Нәғимов һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Е.И.Емельянов

Тәрж. Ғ.Р.Бирҙина

 

 

 

 

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 02.05.2023