Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФИЗИК‑ГЕОГРАФИК РАЙОНЛАШТЫРЫУ

Просмотров: 1126

ФИЗИК‑ГЕОГРАФИК РАЙОНЛАШТЫРЫУ, бер‑береһе м‑н тығыҙ бәйләнгән тәбиғи‑терр. комплекстар системаһын айырыу, картаға төшөрөү һәм тасуирлау. Генетик берҙәмлек, комплекслылыҡ, терр. бөтөнлөк принциптары нигеҙендә башҡарыла; зона (ҡояш радиацияһының киңлек б‑са таралыуы) һәм зонанан тыш (диңгеҙ кимәленән бейеклек, тау тоҡомдарының составы, йылғалар, диңгеҙҙәр һәм океандар йоғонтоһо) факторҙар м‑н билдәләнә; тәбиғәт мөхите компоненттарының комплексы һәм шәхси (рельеф, климат, тупраҡ һ.б.) билдәләре б‑са үткәрелә. Тәбиғәт шарттарын һәм тәбиғәт ресурстарын баһалау, а.х. тармаҡтарын урынлаштырыу, тәбиғәтте рациональ файҙаланыу һәм тирә‑яҡ мөхитте һаҡлау б‑са программаларҙы тормошҡа ашырыу өсөн ҡулланыла. Ф.‑г.р. төп берәмеге булып тигеҙлектәр өсөн — ил, зона, провинция, ярым зона, округ, район; тауҙар өсөн ил, өлкә, провинция, ярым провиция, округ, район тора.

Рәсәйҙең Европа өлөшөндә тәүге Ф.‑г.р. 1897 й. Г.И.Танфильев тарафынан үҫемлектәр япмаһының үҙгәреүе нигеҙендә үткәрелә, ул Башҡортостан терр‑яһында һаҙлыҡ һәм тайга, сағыл һәм ҡатнаш урман (имән м‑н), ҡара тупраҡ һыҙаттарын, Көньяҡ Урал тау‑сағыл урмандары һәм ҡара тупраҡлы тау далалары округтарын айырып күрһәтә. 1907 й. А.А.Крубер тарафынан Башҡортостанда тайга һәм ҡатнаш урмандар һыҙатының Тайга, йәки төньяҡ‑көнсығыш, округы; урман‑дала һыҙатының Волга аръяғы, Урта Урал, Көньяҡ Урал округтары; 1918 й. С.С.Неуструев тарафынан “Ырымбур губернаһының тәбиғи райондары” хеҙмәтендә морфотектоник анализ нигеҙендә Урал ҡалҡыулығы, Көнбайыш Ырымбур Урал яны һәм Көнсығыш Урал алды (Урал аръяғы) өлкәләре бүленә, уларҙың район төркөмдәре, райондары һәм төбәктәре була. Респ. терр‑яһын Ф.‑г.р. Л.М.Каптерев (1929), Л.С.Берг (1947); Көньяҡ Урал терр‑яһына — И.М.Крашенинников (1936) тарафынан үткәрелә. Д.Ф.Добрынин (1948) ландшафт өлкәләре картаһын, Н.А. Солнцев һәм И.В.Васильева (1952) геол.‑геоморфол. фактор нигеҙендә СССР‑ҙың Европа өлөшөн Ф.‑г.р. схемаһын төҙөй. Д.В.Богомолов һәм М.М.Туровцев (1954) тарафынан тәбиғәт шарттары м‑н тупраҡ япмаһының бер‑береһенә тура килеүе нигеҙендә ҙур провинциялар — Көньяҡ Урал, Көнбайыш Урал яны һәм Урал аръяғы; С.Н.Тайсинов (1973) тарафынан геол.‑геоморфол. төҙөлөш б‑са Урал алды, Урал аръяғы, Көньяҡ Урал өлкәләре айырып күрһәтелә; Ғ.З.Хәмиҙуллин (1955) тау һәм тау алды биләмәләрен районлаштыра. 60‑сы йй. Е.В.Кадильникова БАССР‑ҙы комплекслы Ф.‑г.р. тарихын өйрәнә, А.А.Цветаев, Е.С.Смирнова, И.К.Кудряшов һ.б. типологик районлаштырыу м‑н шөғөлләнә. Урал янында Л.Г.Долгушин тарафынан (1955) 13 физик‑геогр. өлкә бүленә; Туровцев (1957) республиканы 6 терр‑яға айыра; Ф.Н.Мильков һәм Н.А. Гвоздецкий (1958) Урыҫ тигеҙлегенең ландшафт зоналары һәм провинциялары картаһын төҙөй, Уралды районлаштыра; А.А.Макунина (1959), А.И.Соловьёв таулы Башҡортостанға Ф.‑г.р. үткәрә, В.И.Прокаев тарафынан — Уралды, М.И.Давыдова, А.И. Каменский, Н.П.Неклюкова, Г.К. Тушинский (1960) тарафынан СССР‑ҙы, ш. иҫ. БАССР‑ҙы, Ф.‑г.р. схемаһы төҙөлә. 1964 й. И.П.Кадильников етәкс. зона, зонанан тыш һәм провинция факторҙарын иҫәпкә алып геол. төҙөлөш һәм рельеф, тупраҡ япмаһы, тупраҡ эрозияһы һәм морфометрия, климат һәм үҫемлектәр донъяһы нигеҙендә БАССР‑ҙы Ф.‑г.р. башҡарыла (ҡара: карта). 80‑се йй. аҙ. БДУ‑ла һәм БДПУ‑ла дымлылыҡ шарттары (Ф.Ш.Килмәтова), географик ландшафтар (Р.Р.Ғәббәсова, З.Б. Латипова, И.М.Япаров), ш. уҡ экологик- геогр. шарттар (А.В.Шакиров) һ.б. б‑са районлаштырыу үткәрелә.

Әҙәб.: Физико‑географическое районирование Башкирской АССР // Учёные записки. Серия географическая. Уфа, 1964. Т.16. №1.

Тәрж. И.М.Япаров

 

Илл.: Карта

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019