Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТИРӘ-ЯҠ МӨХИТТЕҢ ФИЗИК БЫСРАНЫУЫ

Просмотров: 922

ТИРӘЯҠ МӨХИТТЕҢ ФИЗИК БЫСРАНЫУЫ, антропоген эшмәкәрлек һөҙөмтәһендә насар физик факторҙар сығанағының тирәяҡ мөхиткә йоғонтоһо; тирәяҡ мөхиттең бысраныуы төрҙәренең береһе. Вибрация һәм тауыштан (механик транспорт саралары, технологик ҡорамалдар, төҙөлөш һәм ремонт эштәре), электромагниттан (мәҫ., сәнәғәт ҡулайламалары, радиоэлемтә саралары, электрон приборҙар), яҡтылыҡтан (яҡтырып тороусы реклама); радиоактив (ионлау нурланышының тәбиғи һәм техноген сығанаҡтарына ингән радиоактив матдәләр; ҡара: Биосфераның радиактив бысраныуы); йылылыҡтан (эҫе төтөн газдары, биналарҙағы йылылыҡтың кәмеүе һ.б.) бысраныу айырыла. Тирә‑яҡ мөхитте санитар һаҡлау саралары уҙғарыла. РФ‑та негатив физик йоғонтоларҙың эш урындарында, торлаҡ йорттарҙа, йәмәғәт биналарында һәм торлаҡ төҙөлөшө терр‑яларында рәсми сикләнеүле кимәлдәрен көйләүсе ГОСТ һәм санитария нормалары бар, уларҙың үтәлешен Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын һәм кеше именлеген һаҡлау өлкәһендә күҙәтеү б‑са Федераль хеҙмәт, РФ‑тың “Тирә‑яҡ мөхитте һаҡлау тураһында” законы (2002) контролдә тота. Башҡортостанда 2008 й. Өфө урамдарындағы һәм торлаҡ төҙөлөшө терр‑яларындағы рөхсәт ителгән тауыш кимәле 47,1% осраҡта санитария нормаларынан артыҡ була (торлаҡ зоналарында тауыш баҫымының кимәле көндөҙ 60 дБ артмаҫҡа тейеш). Кәрәҙле элемтәнең 267 база станцияһын тикшереү һөҙөмтәһендә торлаҡ йорттарҙа һәм тирә‑яҡтағы төҙөлөш алып барылған терр‑яларҙа электромагнит майҙанының көсөргәнешлеге күпселек осраҡта 1 мкВт/см2 артмауы билдәләнә (рәсми сикләнеүле кимәл — 10 мкВт/см2). Төҙөлөш материалдарын радиацияға тикшереүҙең һөҙөмтәләре уларҙың 97,0%‑ы торлаҡ төҙөлөшөндә ҡулланыу өсөн яраҡлы булыуын күрһәтә (2007 й. — 91,3%). 2004—08 йй. һауа, тупраҡ, үҙәкләштерелгән хужалыҡ‑эсәр һыу м‑н тәьмин итеү сығанаҡтарынан алынған пробаларҙа радионуклидтарҙың гигиеник нормативтарҙан артыҡ булыу осраҡтары билдәләнмәгән. Тикшерелгән зарарлы физик факторҙар сығанағының дөйөм һанынан 41,6% микроклиматҡа, 38% яҡтыртылышҡа, 10,7% тауышҡа, 7,8% электромагнит майҙанына, 1,9% вибрацияға тура килә (2008). Кеше организмына зарарлы факторҙарҙың йоғонтоһо Медицина университетында, Хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы институтында өйрәнелә.

С.М.Усманов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: