ФИКҺ
1636
ФИКҺ (ғәр. — төшөнөү), Ҡөрьән һәм Сөннәне файҙаланыу принциптарын, уларҙың һығымталарын мосолмандар тормошонда ҡулланырлыҡ итеп асып биргән мосолман хоҡуҡиәте. 7 б. аҙ. формалаша. 9 б. уртаһына Ф. мәктәптәре (мәҙһәбтәр) барлыҡҡа килә: мәлики, хәнбәли, хәнифи (ҡара: Хәнифиҙәр), шәфиғи. Ф. сығанаҡтары: Ҡөрьән, Сөннә, ижмағ (мосолман йәмәғәтселегенең килешелгән фекере), ҡыяс (оҡшашлыҡ б‑са фекер йөрөтөү). Шәриғәттең теоретик нигеҙен тәшкил итә.
Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Энциклопедиялар: