Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАШҠОРТ ФИЛАРМОНИЯҺЫ

Просмотров: 1897

БАШҠОРТ ФИЛАРМОНИЯҺЫ. Өфөлә урынлашҡан. Башҡ. дәүләт филармонияһы 1939 й. 20 ғин. асыла, 2009 й. Х.Ф.Әхмәтов исеме бирелә. Б.ф. тәүге ижади коллективы составына нигеҙен Башҡ. муз. уч‑щеһын (ҡара: Сәнғәт училищеһы) тамамлаусылар һәм үҙешмәкәр артистар тәшкил иткән халыҡ бейеүҙәре ансамбле (ҡара: Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле), хор (ҡара: Хорҙар), ҡурайсылар ансамбле, халыҡ ҡоралдары оркестры, тынлы оркестр (ҡара: Оркестрҙар), күсмә оперетта коллективы һәм ике эстрада бригадаһы инә. Б.ф. асыуҙа һәм уның концерт эшмәкәрлеген ойоштороуҙа Ғ.С.Әлмөхәмәтов ҙур роль уйнай. Б.ф. тәүге концерттарында Башҡ. драма театры актёрҙары З.И.Бикбулатова, Ғ.Х.Ҡарамышев, А.Ҡ.Мөбәрәков, Ғ.Ғ.Туҡаев һәм Башҡ. дәүләт опера театры солистары Б.Н.Вәлиева, Х.Л.Ғәлимов, Ғ.С.Хәбибуллин ҡатнаша.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 17 концерт-агитация бригадаһы 1789 тапҡыр концерт м‑н фронттарҙа сығыш яһай. 1941 й. муз.‑әҙәби лекторий ойошторола, уның эшмәкәрлегендә Өфөгә эвакуацияланған Н.А.Семашко, әҙәбиәт, театр һәм муз. тәнҡитселәре С.А.Андреев-Кривич, К.Н.Державин, М.Г.Пизов, Г.М.Свердлов, муз. белгестәре Л.Н.Лебединский, Г.А.Поляновский, комп. Ф.Е.Козицкий, Н.К.Чемберджи һәм Украина ССР‑ының Т.Г.Шевченко ис. Киев опера һәм балет театры артистары З.М.Гайдай, К.А.Лаптев, М.И.Литвиненко-Вольгемут, И.И. Масленникова, И.С.Паторжинский һ.б. ҡатнаша. Лекция-концерттарҙың уңышына респ. билдәле сәхнә оҫталарын — БДОБТ солистары З.З.Илбаева, С.Г.Русинов, М.Ғ.Сәлиғәскәрова, М.Х. Хисмәтуллин, С.Д.Хөснийәров, Ә.С.Шайморатова, Урыҫ драма театры актёрҙары И.К.Глушарин, Д.А. Дмитриев, пианистар М.А.Зайдентрегер, Е.Н.Крылова, А.Б.Либерман һ.б. — йәлеп итеү булышлыҡ итә.

40—50‑се йй. Б.ф. эшмәкәрлегенә Р.Ғ.Бүләкәнов, М.В.Кугушева, Д.Д.Нурмөхәмәтова, Е.П.Сеферова, А.В.Сутягин, Л.Н.Троицкая һ.б. ҙур өлөш индерә. 1948 й. Бәләкәй зал (хәҙ. — Орган залы) асыла. Һуғыштан һуңғы осорҙа Халыҡ бейеүҙәре ансамбле артистары һәм Б.ф. солистары Болгария, Ҡытай, Монголия, Франция, Һиндостан, Эфиопия һ.б. илдәрҙә гастролдәрҙә була. 1955 й. Б.ф. коллективы Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында ҡатнаша.

50—60‑сы йй. башҡ. эстрада сәнғәтенең сәскә атыуы Б.ф. артистары С.Ә.Абдуллин, Б.М.Ғайсин, Н.Ғәлиев, М.И.Ғәлиева, И.И.Дилмөхәмәтов, Р.Ф.Йәнбәков, Ф.Й.Ҡудашева, И.М.Смаҡов һ.б. ижадына бәйле. Һөйләү жанрына “Кәтүк менән Бағанай” дуэты м‑н сығыш яһаусы БАССР‑ҙың атҡ. артисы Ғ.К.Латипов һәм Ә.С.Уразмәтовнигеҙ һала. Был осорҙа ижади составты Л.П.Атанова, К.А.Вәлиев, Ф.Ф.Гәрәев, М.С.Ғәйнетдинов, Р.Ғ.Ғәлимуллина, Э.М.Давыдова, З.Ғ.Мәхмүтов, Б.Я.Торик, Р.Ә.Фәсхетдинов, Р.Ғ.Хәбибуллин, Г.И.Хәбибуллина, БАССР- ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре М.А.Черданцева, БАССР‑ҙың атҡ. артисы К.Ю.Чертова һ.б. тулыландыра.

70‑се йй. ойошторолған Хор капеллаһының концерт эшмәкәрлеге башҡ. хормузыкаһыныңжанрҙары үҫешенә булышлыҡ итә. Б.ф. коллективына А.М.Айытҡолов, Р.С.Аккучукова, Р.М.Вәдүтов, М.И.Ғәйнетдинов, Н.Ж.Ҡадирова, Р.Ғ.Ҡасимов, Р.Р.Ҡудашев, З.И.Ҡудашева, Е.А.Мороз, Ю.А.Селезнёв, В.П.Суханов, В.В.Фильчёв, В.Х.Әйүпова, Г.Х.Әхмәтова, Ә.А.Яхина, БАССР‑ҙың атҡ. артистары З.Б.Байчхаева, В.Н.Монастырский, БР‑ҙың атҡ. артистары А.А.Донгузов, Г.С.Захарова, Л.Ғ.Фәтихова, О.С.Шупиков һ.б. килә. Яңы образдар өлкәһе, лектор техникаһы алымдары барлыҡҡа килеүе, айырым концерттарҙан муз. абонементтар системаһына күсеү муз.-әҙәби лекторий эшмәкәрлеге м‑н бәйле. Лекция-концерттар муз.-театраль тамашаға әүерелә башлай: “Тыуған илебеҙ музыкаһы”, “Донъя музыка мәҙәниәте классиктары”, “Донъя операһы хазиналары”, “Башҡорт музыка мәҙәниәте”, “Башҡорт композиторҙары — балаларға”, “Музыканы белергә һәм яратырға” һ.б.

80—90‑сы йй. Б.ф. коллективына Р.Ш.Аҙнаҡаева, Ф.Ғ.Вәлиәхмәтов, И.М.Ғәзиев, Р.М.Ғәйзуллин, И.Ҡ. Илбәков, В.Ә.Йәләлетдинов, Ф.Ә.Килдейәрова, О.Х.Кирәев, Ф.Х.Сиражетдинова, А.В.Смаҡова, Р.Р.Сәғитов, Ә.А.Сәфәрғолова, Т.Х.Үҙәнбаева, Ғ.Ғ.Хәмзин, Украина ССР‑ының атҡ. артисы Н.С.Козлова, БАССР-ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре Э.И.Олина, БР‑ҙың атҡ. артистары Г.Б.Мамина, Г.М.Ситдиҡова һ.б. килә. Яңы коллективтар ойошторола: “Дуҫтар” ансамбле, “Йәдкәр” фольклор анс., “Каруанһарай” фольклор-эстрада төркөмө, “Ҡыҙыҡ һәм Мәҙәк” театры (етәксеһе В.Х.Илембәтов), “Ихлас” эстрада төркөмө (етәкселәре: БАССР- ҙың атҡ. артисы Ш.Ш.Хәмәҙинуров, Р.С.Вәлмөхәмәтов, Х.Ш.Фәтихов), “Далан” (етәксеһе А.Б.Туҡтағолов), Ф.Р.Ғәниевтең эстрада-йәштәр төркөмдәре, эстрада-джаз оркестры (етәкселәре: БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре Г.П.Маркоров, О.В.Ҡасимов), Халыҡ ҡоралдары милли оркестры һ.б. 1987 й. Б.ф. Ҙур залы реконструкциялана; Бәләкәй залда орган ҡуйыла; В.Л.Мортазиндың, БР‑ҙың атҡ. артисы Э.Х.Хәйретдинованың, ш. уҡ Рәсәй һәм билдәле сит ил артистарының орган концерттары үткәрелә башлай. 1990‑сы йй. — 2000‑се йй. башында Б.ф. ижади эшмәкәрлегендә жанрҙар төрлөлөгөн эҙләү күҙәтелә, быға яңы быуын башҡарыусыларының килеүе лә булышлыҡ итә: Ф.З.Сәлихов, В.Ғ.Хызыров, Ә.М.Юлсурина, БР‑ҙың атҡ. артистары Ғ.М.Алтынбаев, Р.З. Амангилдина, Н.В.Дмитриева, Г.М.Измайлова, С.Ғ.Ильясова, М.У.Исҡужина, Ф.Ф.Ҡалмырҙин, Г.К.Үлмәҫҡолова, С.С.Хәйруллин, БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре В.А.Симонова һ.б. 2000‑се йй. урталарында коллективҡа А.К.Тимеров, БР‑ҙың атҡ. артистары Л.Р.Ишемйәрова, Р.Р.Лоҡманов, У.Х.Мортазин, Н.М.Тимерова һ.б. килә. Б.ф. сәхнәһендә А.А.Юрловис. Рәсәй дәүләт акад. урыҫ хор капеллаһы, В.Т. Спиваков етәкс. Рәсәйҙең Милли филармония оркестры һәм “Виртуозы Москвы” Дәүләт камера оркестры, А.В.Свешников етәкс. Дәүләт урыҫ йыры хоры, “Новая Россия” Дәүләт симфоник оркестры һәм СССР- ҙың халыҡ, РСФСР-ҙың атҡ. артисы Ю.А.Башмет етәкс. “Солисты Москвы” камера ансамбле, СССР-ҙың халыҡ артисы Ю.И.Симонов етәкс. Мәскәү филармонияһының Акад. симфоник оркестры; СССР‑ҙың халыҡ артисы С.Т.Рихтер, РФ‑тың халыҡ артистары Г.Я.Гродберг, А.С.Козлов, А.О.Кролл, Д.А.Хворостовский, РСФСР- ҙың атҡ. артисы Г.А.Гаранян, РФ‑тың атҡ. артистары Д.Б.Крамер, Д.Л.Мацуев, Г.Ш.Муржа; И.М.Бутман, С.В.Манукян, С.Г.Чипенко, О.Г.Янченко һ.б. сығыш яһай. Б.ф. төрлө фестивалдәр үткәрә: респ. кимәлендәге филармониялар фестивале (1994 й. алып), боронғо һәм хәҙ. заман камера музыкаһы (2001 й. алып); халыҡ‑ара “Ағиҙел” (“Белая река”) симфоник һәм хор музыкаһы (1993 й. алып), “Ал ҡаплан” (“Розовая пантера”) джаз музыкаһы (1995 й. алып), камера һәм орган музыкаһы (2002 й. алып), “Джаз-Мастер” джаз музыкаһы (2005 й. алып) фестивалдәре һ.б. Б.ф. коллективы Рәсәй һәм сит илдәр (АҠШ, Англия, Бразилия, Италия, Көньяҡ Корея, Ҡытай, Мексика, Мысыр, Нидерланд, Португалия, Таиланд, Төркиә һ.б.) буйлап гастролдәрҙә була. Художество етәкселәре: М.К.Белоцерковский (1939 й. алып), Әхмәтов (1946—52 йй., 1955—74 йй.), Илбаева (1952—55 йй.), Ш.З.Ҡолбарисов (1974 й. алып), Ф.А.Ярышев (1978 й. алып), В.С.Кәримов (1983 й. алып), БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре Ф.Ф.Туғыҙбаева (1988 й. алып), Р.Ғ.Ҡасимов (1992 й. алып), И.Ф.Сиражетдинов (1996 й. алып), Әйүпова (2000 й. алып), Айытҡолов (2001 й. алып), Хызыров (2003 й. алып), Яхина (2005—08 йй.).

Дир.: К.Сәйфетдинов (1939 й. мартынан), Палепа (1939 й. майынан), А.Р.Хәкимов (1940—42 йй., өҙөклөк м‑н), С.Р.Ҡадиров (1941 й. апр.—июле), Белоцерковский (1942 й. дек. алып), К.Б.Бедлинский (1943 й. алып), В.И.Ермолаев (1945 й. ғин. алып), Г.Г.Байков (1945 й. окт. алып), Н.С.Бучин (1946 й. алып), Х.Ш.Хәкимов (1950 й. алып), Х.Х.Хамматов (1953 й. алып), Ғ.И.Ҡудашев (1955 й. алып), Н.М.Айыуханов (1958 й. алып), Н.Ш.Хафизов (1963 й. алып), Хөснийәров (1967 й. алып), БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре Р.И.Батыргәрәев (1977 й. алып), РФ‑тың һәм БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре Р.Ғ.Шафиҡов (1991 й. алып), БР‑ҙың атҡ. артисы Ә.В.Тойғонов (1996 й. алып), БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре З.Т.Әбделмәнова (2000 й. алып), Д.А.Ғәйнуллин (2002 й. алып), Р.Р.Ҡарабулатов (2011 й. алып).

1995 й. Сибай ҡ. (ҡара: Сибай филармонияһы), 1998 й. Нефтекама ҡ. (ҡара: Нефтекама филармонияһы) Б.ф. филиалдары асыла. Б.ф. бинаһы — 20 б. башы тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы.

В.Х.Әйүпова

Тәрж. Г.С.Балтабаева

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019