Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӨКӨ

Просмотров: 1528

ӨКӨ (Bubo bubo), ябалаҡ һымаҡтар отрядының ысын өкөләр ғаиләһенә ҡараған ҡош. Евразияла, Төньяҡ Африкала таралған. Ултыраҡ ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 62—72 см, ауырлығы 2,0—3,3 кг (инә ҡоштар эрерәк), ҡанатының ҡоласы 150—180 см. Арҡаһы ерәнһыу, һарғылт, ҡайһы берҙә аҡһыл төҫтә, ҡара көрән буй һәм арҡыры һүрәтле, кәүҙәһенең аҫҡы өлөшө ерәнһыу, ҡыҙғылт‑ерән йәки аҡһыл төҫтә, боғағы, түше — ҡара буй таптар, ҡорһағы, ян‑яҡтары, ҡойроҡ аҫты көрәнһыу нәҙек йәки арҡыры буйҙар менән; тамағы аҡ төҫтә. Башында ҡалҡып торған ҡауырһындарҙан ҡолаҡтары бар. Күҙҙәренең төҫлө ҡатламы ҡыҙғылт һары. Суҡышы ҡеүәтле, ырғаҡлы, төбөндә бөгөлөп тора. Ҡанаты оҙон һәм киң. Аяғы көслө, тулыһынса ҡауырһынланған; тырнаҡтары ҙур, ҡара төҫтә. Моногам. Ояһын ерҙә, ҡаялар араһында, ҡайһы берҙә ағас баштарында ҡора йәки башҡа эре ҡоштарҙың иҫке ояларын биләй. Йылына 1 тапҡыр бала сығара, ояға 2—6 аҡ эре бөртөклө ҡабыҡлы йомортҡа һала. Инә ҡош 32—35 көн буйы баҫып ултыра. Эңер һәм төнгө йәшәү рәүеше алып бара. Ваҡ имеҙеүселәр (ирләндәр, йомрандар, ҡуяндар, ҡыр сысҡандары һ.б.), ҡоштар (ағуналар, бүҙәнәләр һ.б.), бөжәктәр менән туҡлана. Урмандарҙа, далала, тауҙарҙа, тигеҙлектәрҙә осрай. БР‑ҙа Бөрйән, Иглин, Йылайыр, Күгәрсен, Мәләүез, Өфө райондарында билдәләнгән. БР‑ҙың һәм РФ‑тың Ҡыҙыл китаптарына индерелгән.

Ә.Ф.Мәмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 29.03.2023
Связанные статьи: