Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФИЛИППОВ Александр Иванович

Просмотров: 897

ФИЛИППОВ Александр Иванович (20.11.1949, БАССР‑ҙың Йылайыр р‑ны Надеждин утары), физик. Техник ф. д‑ры (1991), проф. (1992). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2002), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2000), СССР‑ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (1985). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1972) шунда уҡ эшләй: 1990 й. алып теоретик физика каф. мөдире; 1992 й. башлап Стәрлетамаҡ филиалының теоретик физика каф. мөдире, 1999—2011 йй. — фәнни эштәр б‑са дир. урынбаҫары; бер үк ваҡытта 1996 й. башлап БР ФА‑ның Ғәмәли тикшеренеүҙәр ин‑ты лаб. мөдире, 1997 — 2009 йй ғилми секретары. Фәнни тикшеренеүҙәре геофизикаға, шыйыҡлыҡ һәм газдар механикаһына, молекуляр физика, термодинамика һәм йылылыҡ физикаһына, теоретик физикаға арналған. Ф. тарафынан ҡатламдарҙағы баротермик һәм радиогеохимик эффекттарҙың законлыҡтары асылған һәм өйрәнелгән, йылылыҡ физикаһының һыҙыҡлы булмаған мәсьәләләрен сисеүҙең асимптотик ысулы үҫтерелгән, трансцилляторлы күсереү теорияһы, термометрик үлсәү аппараттары, һыуҙың колоннанан һуңғы хәрәкәтенең интервалдарын билдәләү ысулдары һ.б. эшләнгән. 250‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 30 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Скважинная термометрия переходных процессов. Саратов, 1990; Термодинамика фильтрационных нефтегазовых потоков. Стерлитамак, 2002.

В.М.Сапельников

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019