Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФИЛИППОВ Александр Павлович

Просмотров: 1633

ФИЛИППОВ Александр Павлович [7.11.1932, БАССР‑ҙың Мораҡ р‑ны Йомағужа а. (БР‑ҙың Күгәрсен р‑ны) — 15.10.2011, Өфө], яҙыусы, журналист. БР‑ҙың халыҡ шағиры (2004). БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1992). Журналистар союзы (1957), Яҙыусылар союзы (1965) ағзаһы. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1955) 1966 й. тиклем (өҙөклөк м‑н) БАССР МС‑ының Радиотапшырыуҙар һәм ТВ б‑са ком‑тының радиотапшырыуҙар студияһында йәштәр тапшырыуҙары мөхәррире, 1958—59 йй. “Горняк” (“Таусы”; ҡара: “Кумертауское время”) гәз. бүлек мөдире. 1966— 68 йй. һәм 1981 й. алып Башҡ‑н китап нәшриәте хеҙм‑ре, 1968—78 йй. БАССР Яҙыусылар союзының әҙәби консультанты, 1983 й. башлап СССР, 1989 й. — РСФСР Әҙәбиәт фондының Башҡ‑н бүлексәһе дир., 1991 й. алып “Истоки” гәз. дир.—баш мөхәррире. “Нәжәғәй” (“Зарница”) исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1961 й. сыға. “Алыҫтағы щаңдау” (“Далёкое эхо”; 1976) хикәйәләр, “Көндөң шәфҡәтле яҡтыһы” (“Добрый свет дня”; 1982), “Ҡышҡы төш” (“Зимний сон”; 1998), “Хәтерҙә үткәндәр терелде” (“Былое в памяти воскресло”; 2002) шиғырҙар йыйынтыҡтары, “Ваҡыт тарафынан талап ителгәндәр” (“Востребованные временем”; 1999) очерктар китабы һ.б. авторы. Әҫәрҙәре тематик яҡтан күп төрлө, образлы, замандаштарының тормошо т‑да уйланыуҙар м‑н һуғарылған. “Халыҡ ынйылары тырызы” (“Туесок народных сокровищ”; 1969) очерктар китабында башҡ. кәсептәре м‑н шөғөлләнгән ябай хеҙмәтсәндәр образдары тыуҙырылған. “Күгәрсен — шишмәләр яғы” (“Кугарчи — край родниковый”; 2000) шиғырҙар йыйынтығы яҙыусының кесе ватанына арналған. Ф. әҫәрҙәрен Т.Й.Йосопов, Х.Назар, С.Рәхмәтулла, М.Сиражи һ.б. башҡ. теленә тәржемә иткән. М.Ғәли, А.Игебаев, Р.Йәнбәк, М.Н. Кәримов, Г.Юнысова һ.б. әҫәрҙәрен урыҫ теленә тәржемә иткән. Х.Ғиләжевтең “Ил балаһы” драматик поэмаһы б‑са Ф. тәржемәһендә “Сын Отчизны” спектакле Урыҫ драма театрында ҡуйыла. Сценарийҙары б‑са “Башҡорт балы” (“Башкирский мёд”, 1965; Халыҡ‑ара конкурста 1‑се пр., Бухарест), “Башҡортостан нефтселәре янында” (“У нефтяников Башкирии”, 1967; икеһе лә — БАССР МС‑ының Радиотапшырыуҙар һәм ТВ б‑са ком‑ты эргәһендәге Башҡ. телевидениеһы студияһы) һ.б. документаль фильмдар төшөрөлә. Ғ.Сәләм ис. (1974), С.Злобин ис. (1997), З.Биишева ис., Ф.Кәрим ис. (икеһе лә — 2000) пр. лауреаты. Салауат Юлаев орд. м‑н бүләкләнгән (2007).

Әҫәрҙ.: Перелески: стихи. М., 1981; Когда сверкает молния: повесть, рассказы, очерки. Уфа, 1987; Избранное: в 3 т. Уфа, 2006–2008.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора: