Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФИЛИППОВ Антон Викторович

Просмотров: 1001

ФИЛИППОВ Антон Викторович (21.9.1985, Өфө ҡ.), спортсы. Пара‑ски буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2015). ӨДИСА‑ны тамамлаған (2009). Тау саңғыһы спорты буйынса ДЮСШ (тренеры — С.В.Соловых) һәм Ю.А.Гагарин исемендәге “Һауа легионы” хәрби‑патриотик парашют клубы (Ғ.И.Манаев) тәрбиәләнеүсеһе. Пара‑ски буйынса шәхси зачётта донъя (2014) һәм Рәсәй (2010, 2012, 2019, 2020) чемпионы, донъя (2019) һәм Европа (2008) чемпионаттарының көмөш, донъя чемпионаттарының (2009, 2015) бронза призёры, команда зачётында донъя (2009, 2014, 2017) һәм Рәсәй (2005, 2007, 2010, 2014, 2017, 2019) чемпионы, донъя чемпионаттарының (2011, 2015), Донъя кубогының һәм Европа чемпионатының (икеһе лә — 2008) көмөш, донъя чемпионатының (2005) бронза призёры. Билдәләнгән урынға аныҡ төшөү буйынса парашют менән һикереүҙә шәхси һәм команда зачёттарында Азия чемпионы (2006), “Адриатика кубогы” халыҡ‑ара ярыштары еңеүсеһе (Черногория, 2007; 2 тапҡыр, 2008). Пара‑ски буйынса үҫмер спортсылар араһында донъя (2009) һәм Европа (2008) чемпионы, донъя чемпионатының бронза призёры (2005). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (2005 й алып).

Тәрж. Ғ.Р.Бирҙина

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 16.08.2022