ФИЛИППОВ Юрий Евгеньевич
ФИЛИППОВ Юрий Евгеньевич (29.6.1951, Өфө), тренер. Самбо б‑са РСФСР‑ҙың атҡ. тренеры (1985). Самбо (1971) һәм дзюдо (1974) б‑са СССР‑ҙың спорт мастеры. Бөтә Союз ситтән тороп уҡыу совет сауҙаһы ин‑тын тамамлаған (Мәскәү, 1978). 6‑сы “Геркулес” СДЮСШОР‑ы һәм “Урожай” ДСО‑һы (тренеры Н.Д. Попов) тәрбиәләнеүсеһе. Самбо б‑са РСФСР чемпионатының бронза призёры һәм Бөтә Союз ауыл спорт уйындары еңеүсеһе (икеһе лә — 1975). 1973 й. алып 6‑сы “Геркулес” СДЮСШОР‑ының һәм “Спартак” ДСО‑һының Башҡ‑н өлкә советы тренеры‑уҡытыусыһы, 1975 й. башлап БАХИ спорт клубы рәйесе һәм 1982—91 йй. тренеры. Тәрбиәләнеүселәре араһында А.Г.Яковлев, ш. уҡ 23 СССР спорт мастеры.
Тәрж. М.Н.Моратшина