Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФИЛОЛОГИК БЕЛЕМ БИРЕҮ

Просмотров: 764

ФИЛОЛОГИК БЕЛЕМ БИРЕҮ, филология өлкәһендә юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү системаһы. Башҡортостанда Ф.б.б. үҫеше Уҡытыусылар институты асылыуға бәйле, унда башҡа фәндәр м‑н бер рәттән филол. дисциплиналар уҡытылған һәм урыҫ теле уҡытыусылары әҙерләнгән. 1929 й. алып Тимирязев К.А. исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтында башҡ. һәм урыҫ секциялары м‑н әҙәби лингв. бүлеге, 1933 й. — бүлек, 1934 й. — тел һәм әҙәбиәт ф‑ты; 1944 й. башлап “башҡорт теле һәм әҙәбиәте”, 1951 й. — “урыҫ теле” һөнәрҙәре б‑са аспирантура эшләй. 1938 й. Бәләбәй ҡ. Сит телдәр уҡытыусылары ин‑ты (ҡара: Өфө сит телдәр институты) асыла; 1941 й. сит телдәр ф‑ты булараҡ К.А.Тимирязев ис. Педагогия ин‑ты составына индерелә. 1957 й. Башҡорт дәүләт университетында тарих‑филол. ф‑ты (составына урыҫ әҙәбиәте, сит ил әҙәбиәте, урыҫ теле, башҡ. теле һәм әҙәбиәте, татар теле һәм әҙәбиәте каф. инә) булдырыла. Әҙәбиәт ғилеменә инеш, тексҡа лингв. анализ, лингвокультурология, стилистика һәм телмәр мәҙәниәте, әҙәбиәт теорияһы, дөйөм тел ғилеме һ.б. тармаҡ дисциплиналарын үҙ эсенә алған урыҫ, башҡ., татар телдәре, Башҡортостан халыҡтарының башҡа телдәре һәм әҙәбиәттәре, сит телдәр һәм әҙәбиәттәр б‑са Ф.б.б. БДУ‑ла, Педагогия университетында, БДУ‑ның Бөрө филиалында (ҡара: Бөрө социаль-педагогия академияһы), БДУ‑ның Стәрлетамаҡ филиалында (ҡара: Стәрлетамаҡ педагогия академияһы), Көнсығыш иҡтисади‑юридик гуманитар академияһында, Хәҙерге гуманитар академия, Мәскәү гуманитар университеты, Мәскәү психология‑социология университеты филиалдарында тормошҡа ашырыла. Вуздарҙа көндөҙгө бүлектә уҡыу — 5, ситтән тороп уҡыу — 6, бакалавриатта — 4, магистратурала уҡыу 2 йыл тәшкил итә. БДУ‑ла һәм уның филиалдарында 29, БДПУ‑ла 12 филол. каф. эшләй. Фәнни һәм педагогик эштәр б‑са белгестәр БДУ, БДПУ, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты аспирантураларында әҙерләнә. Герман телдәре, тел теорияһы, урыҫ әҙәбиәте, урыҫ теле, сағыштырма-тарихи, типологик һәм сағыштырма тел ғилеме, РФ халыҡтары телдәре һәм әҙәбиәттәре (башҡ., татар) һөнәрҙәре б‑са кандидатлыҡ һәм докторлыҡ дисс. яҡлау советтары эшләй.

А.А.Федоров

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019