Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФИЛОСОФИЯ ЙӘМҒИӘТЕ

Просмотров: 1189

ФИЛОСОФИЯ ЙӘМҒИӘТЕ, Бөтә Рәсәй ижтимағи фәнни ойошма. Башҡортостан бүлексәһе 1981 й. Өфөлә СССР Филос. йәмғиәте бүлексәһе булараҡ ойошторола, 1992 й. алып Рәсәй Ф.й. исемен йөрөтә. Составында 300‑ҙән ашыу кеше (2010). Йәмғиәт философтарҙы берләштереү, философик белем таратыу м‑н шөғөлләнә. Йыл һайын фәнни конф., семинарҙар, Садиҡов уҡыуҙары үткәрә; фәнни йыйынтыҡтар нәшер итә һ.б. Мәскәү (2005), Новосибирск (2009) ҡҡ. үткән Рәсәй филос. конгрестарында, 4‑се “Волга-Урал төбәгендә ислам цивилизацияһы” Халыҡ-ара симпозиумын, Рәсәй филос. йәмғиәте Президиумы ултырышын (икеһе лә — Өфө, 2010) ойоштороуҙа ҡатнаша. АҠШ, Германия, Литва, Төркиә, Украина, Һиндостан һ.б. ил философтары м‑н хеҙмәттәшлек итә. Рәйестәре: Ф.Б.Садиҡов (1981 й. алып), Б.С.Ғәлимов (1992 й. алып).

А.М.Баһауетдинов

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: