Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФИЛЬЧЁВ Виктор Васильевич

Просмотров: 1086

ФИЛЬЧЁВ Виктор Васильевич (15.2. 1948, Куйбышев ҡ.), баянсы, педагог. Проф. (2001). РСФСР‑ҙың (1984) һәм БАССР‑ҙың (1976) атҡ. артисы. ӨДСИ‑не тамамлаған (1972; В.Ф.Беляков класы). 1973—77 йй. Гнесиндар ис. Муз.‑пед. ин‑тында (Мәскәү; етәксеһе Беляков) стажировка үтә. 1972 й. алып ӨДСИ‑лә уҡыта, бер үк ваҡытта Башҡ. филармонияһы солисы. 1988—2016 йй. Һарытау консерваторияһында уҡыта, бер үк ваҡытта 1997—2010 йй. халыҡ музыка ҡоралдары каф. мөдире. Ф. башҡарыу сәнғәтенә тәрән хистәр, виртуоз техника һәм муз. стилдәрҙе нескә тойоу хас. Репертуарында урыҫ, сит ил һәм ватан композиторҙары әҫәрҙәре. 70—80‑се йй. БАССР‑ҙың атҡ. артисы В.Н.Монастырский (фп.) м‑н дуэтта, баянсылар триоһы (БР‑ҙың атҡ. артистары В.В.Грачёв һәм С.М.Тюфяков м‑н), ӨДСИ‑нең күп тембрлы баян квинтеты (В.А.Башенёв, Беляков, В.И.Литвин, Р.Ю.Шәйхетдинов м‑н) составында сығыш яһай. Үзбәк ССР‑ында (Ташкент, 1976) һәм Әрмән ССР‑ында (Ереван, 1978) үткәрелгән РСФСР әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәрендә ҡатнаша. Рәсәй һәм сит илдәр (Германия, Көньяҡ Корея, Ҡаҙағстан, Финляндия, Һиндостан һ.б.) буйлап гастролдәрҙә була. Уҡыусылары араһында Грачёв. Бөтә Рәсәй халыҡ музыка ҡоралдарында башҡарыусылар конкурсы (Мәскәү, 1972), “Донъя кубогы” Халыҡ‑ара баянсы-аккордеонсылар конкурсы (Вашингтон, 1976), Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале (Гавана, 1978) лауреаты.

Әҙәб.: В творческом поиске: сб. материалов. Уфа, 2000.

Э.Ә.Нәбиева

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019