ФИРСОВ Николай Алексеевич
ФИРСОВ Николай Алексеевич (27.10. 1831, Пермь ҡ. — 24.4.1896, Ҡазан), тарихсы. Рус тарихы д‑ры (1869), проф. (1869). Башҡорт пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (С.‑Петербург, 1855), Пермь ир балалар гимназияһында, 1859 й. алып Беренсе һәм 1863—67 йй. Икенсе Ҡазан ир балалар гимназияларында, бер үк ваҡытта 1859 й. башлап Ҡазан ун‑тында (1872—75 йй., 1881—84 йй. проректор) уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге колониялаштырыуға, 17—18 бб. Урал һәм Урта Волга буйының сәйәси һәм соц.-иҡт. тарихына арналған. 50‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.
Х е ҙ м.: Инородческое население прежнего Казанского царства в новой России до 1762 года и колонизация закамских земель в это время. Казань, 1869.
Н.М.Ҡолбахтин
Тәрж. М.В.Хәкимова