Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФИТОФТОРА

Просмотров: 744

ФИТОФТОРА (Phytophthora), оомицеттар класының пероноспоралылар тәртибенә ҡараған түбән төҙөлөшлө бәшмәк заты. Яҡынса 70 төрө билдәле, киң таралған. БР‑ҙа бер нисә тиҫтә төрө бар. Мицелийҙары яҡшы үҫешкән, йыуан, аҡ төҫтә, үрмәксе ауы һымаҡ, хужа-үҫемлектең күҙәнәк араларында урынлаша, гаусториялар барлыҡҡа килтерә. Спорангия биргестәре симподиаль рәүештә тарбаҡланған, япраҡ аҫтында ауыҙсалар аша сығып тора, үҫемлектең зарарланған өлөшөнөң таптары тирәләй аҡ төҫтәге ҡуныҡ барлыҡҡа килтерә. Зооспорангиялары лимон, шар, йомортҡа формаһында, осонда имсәһе бар (ҡайһы берҙәрендә асылыусан бәләкәй ҡапҡаслы); ҡайһы берҙә гиф м‑н ҡаплана. Зооспорангияларҙан зооспоралар айырым барлыҡҡа килә, һирәк осраҡта дөйөм ҡыуыҡ м‑н ҡаплана; тупраҡ һыуҙары ярҙамында тарала. Ф. — гетероталлик бәшмәк. Күп ҡатмарлы төҙөлөшлө үҫемлектәрҙең облигат паразиттары. Ҡайһы бер төрҙәре төрлө а.х. культураларының фитофтороздарын тыуҙырыусы булып тора.

И.Е.Дубовик

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019