Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФЛАГТАР

Просмотров: 1614

ФЛАГТАР (голландса — vlag), ҡабул ителгән төҫтәге, формалағы, ҙурлыҡтағы, тейешле эмблемалары һәм яҙыуҙары булған туҡыма киҫәге. Дәүләт, төбәк, ҡала һ.б. символы һәм билдәһе. Тәғәйенләнеше б‑са танытыу (дәүләт, милли, халыҡ-ара, ведомство, терр., корпоратив, вазифа, ваҡиға), сигнал һәм декоратив Ф. була. Ф. өйрәнеү м‑н вексиллология фәне шөғөлләнә. Башҡорт хөкүмәте 1918 й. 20 авг. Башҡортостандың милли Ф. раҫлау т‑да фарман сығара (ҡара: Бәләкәй Башҡортостан). Ул күк (төрки халыҡтарҙың традицион төҫө), йәшел (ислам) һәм аҡ (тыныслыҡ һәм именлек символы) төҫтәге өс буйҙан торған. БашҮБК‑ның 1924 й. 11 окт. ҡарары м‑н ҡыҙыл төҫтәге, өҫтә, һабы янында алтын ураҡ м‑н сүкеш, уның өҫтөндә алтын м‑н сигелгән биш мөйөшлө ҡыҙыл йондоҙо булған БАССР Ф. раҫлана. 1938 й. Ф. өҫкө һул мөйөшөндә “РСФСР”, унан аҫтараҡ урыҫ һәм башҡ. телендә “Башҡорт АССР‑ы” тигән яҙыу ҡуйыла; 1954 й. Ф. һабы эргәһенә зәңгәр вертикаль һыҙыҡ өҫтәлә. БР‑ҙа дәүләт флагы, ҡала, район Ф. һәм гербтары (ҡара: Район һәм ҡалалар символикаһы, Дәүләт символикаһы) раҫланған.

Әҙәб.: Р а х и м о в Р.Н. О надписи на “Башкирском знамени 1813 года” // Археография Южного Урала: материалы VI Межрегион. науч.‑практ. конф. Уфа, 2006; Башкортостан. Государственные символы и символика городов и районов. Уфа, 2007.

Р.Н.Рәхимов

Тәрж. М.Х.Хужин

 

 

Флаги Башкортостана в разные годы

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019