Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФЛОКС

Просмотров: 774

ФЛОКС (Phlox), фаягөл һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 50 төрө билдәле, Төньяҡ Америкала, себер Ф. — Евразияла (ш. уҡ һирәкләп Башҡортостанда осрай) таралған. Кәҫлектәр барлыҡҡа килтереүсе күп йыллыҡ төклө үлән. Һабағы күп һанлы, йәйелеүсән йәки күтәрелеүсән, бейеклеге 5—15 см. Япрағы сиратлы, ваҡ, ҡыяҡлы, осло, ситтәре оҙон төклө, остары бер аҙ һалынҡы; аҫҡылары тиҙ һулыусан. Сәскәһе хуш еҫле, эре, яңғыҙар, һабаҡ остарында урынлашҡан, тажы асыҡ алһыу, ҡайһы берҙә аҡ төҫтә, каса япраҡсаһынан ике тапҡыр оҙонораҡ. Июлдә сәскә ата. Емеше — овал ҡумта, июль аҙ.—авг. өлгөрә. Далала, ҡоро болондарҙа, ташлы битләүҙәрҙә үҫә; һирәкләп Әбйәлил, Баймаҡ, Дәүләкән (Асылыкүл тирә‑яғы), Дыуан (Таҙтүбә тауы) һәм Учалы р‑ндарында осрай. Ф. күп төрҙәре — декоратив үҫемлектәр. Республикала йәшелләндереүҙә һәм ҡырҡып алыу өсөн Друммонд Ф., һепертке Ф. һәм беҙ рәүешле Ф. күп сорттары ҡулланыла. Реликт себер Ф. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

 

С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные статьи: