Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФЛОРА

Просмотров: 1585

ФЛОРА (лат. Flora — Флора алиһә исеменән), ниндәй ҙә булһа терр‑яла тарихи яҡтан формалашҡан йәки уны төрлө геол. осорҙарҙа төбәк иткән үҫемлек төрҙәре йыйылмаһы. Ф. төшөнсәһе орлоҡло үҫемлектәр, абаға һымаҡтар, көкөрт үләне һымаҡтар, ҡырҡбыуын һымаҡтар; ябай төҙөлөшлө үҫемлектәр, бәшмәктәр һәм лишайниктар (мүк һымаҡтар Ф. йәки бриофлора; лишайниктар Ф. йәки лихенофлора һ.б.) йыйылмаһын белдерә. Ниндәй ҙә булһа Ф. иң мөһим билдәләре булып уның систематик структураһы, таксономик төркөмдәрҙең нисбәте һәм уның төр байлығы тора. БР‑ҙың юғары төҙөлөшлө көпшәле үҫемлектәр Ф. 124 ғаиләгә ингән 593 затҡа ҡараған 1800‑гә яҡын төр инә; иң эре ғаилә булып астра һымаҡтар, ҡыяҡлылар һәм роза һымаҡтар, төр һаны б‑са — астрагал, ҡаҙ үләне, эттабан, күрән төркөмдәре тора. Биоморфологик төркөмдәр спектрында күп йыллыҡ үләндәр өҫтөнлөк итә. Республика Ф. яҡынса 70 эндемик һәм субэндемик (эттабан затына ҡараған апомиктик микротөрҙәрҙән тыш), ш. уҡ өсөнсөл һәм плейстоцен (ш. иҫ. голоцендың иртә этаптары) осорона ҡараған яҡынса 110 реликтты, бриофлора — 420‑гә яҡын төрҙө, лихенофлора — 400‑ҙән ашыу төрҙө үҙ эсенә ала; үҫемлектәрҙең һирәк төрҙәренә БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына ингән 232 төр индерелгән. Башҡортостандың сәскәле үҫемлектәрен 18 б. И.И.Лепёхин, П.С.Паллас, И.П.Фальк һ.б., 19 б. — А.Леман, Х.Ф.Лессинг, Б.А.Федченко, О.А.Федченко, Ю.К.Шелль һ.б., 20 б. П.Л.Горчаковский, Т.В.Жирнова, М.И.Котов, А.Ә.Мулдашев, А.К. Носков, С.С.Хәйретдинов һ.б. өйрәнә. Синантроп Ф. өйрәнеүгә Л.М. Абрамова, А.Р.Ишбирҙин, Р.Ғ.Миңлебаев, К.М.Рудаков һ.б., бриофлораны — Э.З.Байышева, Д.А.Герасимов, Е.А. Игнатова һ.б., лихенофлораны — Н.С. Байтирәкова, С.Е.Журавлёва һ.б., альгофлораға Р.Р.Кәбиров, Миңлебаев, Ф.Б.Шкундина һ.б. эшмәкәрлеге арналған.

Әҙәб.: Эколого‑географический анализ флоры Республики Башкортостан /Р.Г.Минибаев [и др.]. Уфа, 1995.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: