Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МОРДВА ФОЛЬКЛОРЫ

Просмотров: 1283

МОРДВА ФОЛЬКЛОРЫ. Башҡортостан Республикаһы мордвалар фольклоры төрлө жанрлы булыуы м‑н характерлана. М.ф. христианлаштырыу процесы һәм оҙаҡ йылдар буйы полиэтник мөхиттә, башлыса башҡорттар, урыҫтар һәм сыуаштар араһында йәшәү йоғонто яһай. Шул уҡ ваҡытта М.ф. төрлө жанрҙарҙа күҙәтелгән мәжүсилек ҡараштары элементтары һаҡланып ҡалған. Айырыуса ғаләм һәм ерҙә йолаларҙың барлыҡҡа килеүе (“Боронғо йола ниндәй?”), изге ағастар (“Алмағас”, “Йыуан имән”), йәнле һәм йәнһеҙ тәбиғәтте мифологик ҡурсалаусылар (“Норовава һәм Комляваның бәхәсләшеүе”) т‑да миҙгел-йола йырҙары (эрзя морот) таралған. М.ф. ғаләм һәм хеҙмәт, ғаилә тормошо, рекрут һәм һалдат хеҙмәте, күскенселәр т‑дағы лирик йырҙар ҙур урын алып тора. Е.И.Пугачёв, нуғай баҫҡынсылары, сит ил баҫҡынсыларына ҡаршы героик көрәш т‑да (“Урман ситендә”, “Апалы-ҡустылы нуғай әсирлегендә”) тарихи йырҙар, ямғырҙы, йәйғорҙо, яҙ килеүҙе көйләп арбау (эрзя сееремат, муҡшы серьгядемат) киң таралған. Ғаилә‑йола йырҙары араһында туйға изге теләктәр (эрзя шнамат) һәм үпкә, шелтә йырҙары [паряв(ф)томат] йәшәп килә. Балалар өсөн әҫәрҙәр ҙур урын алып тора: бишек йырҙары (эрзя лавсь морот, муҡшы нюрафнема морот), ҡыҫҡа шиғырҙар (эрзя тякань налксема морот, муҡшы шабань налхксема морот), тәрбиәләүҙәр (ванькс морот), һамаҡтар, йомаҡтар [содамоев(ф)кст], тиҙәйткестәр (бойка кортамкат), уйындар (налксемат), хайуандар т‑дағы һәм тормош- көнкүреш әкиәттәре (евкст). Түңәрәк йырҙары, риүәйәттәр (евтнемат), легендалар (легендат; бөтәһе лә — эрзя телендә) һ.б. киң таралған. М.ф. йыйыу м‑н 19 б. аҙ. А.Ф.Юртов шөғөлләнә, ул “Мордва халыҡ һүҙ сәнғәте өлгөләре. 1‑се сығарылыш. Эрзя һәм ҡайһы берҙәре муҡшы һөйләштәрендәге йырҙар” (“Образцы мордовской народной словесности. Выпуск 1. Песни на эрзянском и некоторые на мокшанском наречии”; 1882), “Мордва халыҡ һүҙ сәнғәте өлгөләре. 2‑се сығарылыш. Урыҫ теленә тәржемәләре менән мордва теленең эрзя һөйләшендәге әкиәттәр һәм йомаҡтар” (“Образцы мордовской народной словесности. Выпуск 2. Сказки и загадки на эрзянском наречии мордовского языка с русским переводом”; 1883; икеһе лә — Ҡазан) китаптарын баҫтырып сығара. М.ф. б‑са материалдар этнограф М.Е.Евсевьевтың “Эрзя әкиәттәре” (“Эрзянские сказки”), “Эрзя йырҙары” (“Эрзянские песни”; 1928; икеһе лә — мордва телендә) йыйынтыҡтарында тупланған. 20 б. 50‑се йй. респ. СССР ФА‑ның Этнография ин‑ты (Мәскәү) тарафынан Мордовия ғалимдары (фольклорсылар Н.И.Бояркин, В.Л.Имайкина, А.И.Маскаев, К.Т.Самородов, сәнғәт белгесе В.С. Брыжинский) м‑н берлектә фольклор экспедициялары үткәрелә, һөҙөмтәләре Маскаевтың “Мордва халыҡ әкиәте” (“Мордовская народная сказка”; 1947), “Мордва халыҡ эпик йыры” (“Мордовская народная эпическая песня”; 1964), Самородовтың “Мордва мәҡәлдәре һәм йомаҡтары” (“Мордовские пословицы и загадки”; 1959), “Мордва йола поэзияһы” (“Мордовская обрядовая поэзия”; 1980), И.С.Сибиряктың “Волга аръяғы һәм Себерҙең мордва халыҡ йырҙары” (“Мордовские народные песни Заволжья и Сибири”; 1982) хеҙмәттәрендә бирелгән. М.ф. өлгөләре СССР ФА Этнография ин‑тының 60‑сы йй. экспедиция (етәксеһе В.Н.Белицер) материалдарында тупланған, уның һөҙөмтәләре б‑са “Мордва. Тарихи-этнографик очерктар” (“Мордва. Историко-этнографические очерки”; 1981), “Волга аръяғы мордвалары” (“Мордва Заволжья”; 1994), “Мордва. Тарихи‑мәҙәни очерктар” (“Мордва. Историко-культурные очерки”; 1995) хеҙмәттәре баҫтырыла. Башҡ‑н мордваларының мәҙәниәтен өйрәнеү м‑н этнограф М.В.Мырҙабулатов шөғөлләнә. 

А.Г.Карпова

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: