Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“ФОЛЬКЛОР НАРОДОВ РОССИИ”

Просмотров: 797

“ФОЛЬКЛОР НАРОДОВ РОССИИ” (“Рәсәй халыҡтары фольклоры”), вуз‑ара фәнни йыйынтыҡ. 1974 й. алып Башҡорт дәүләт университетында “Фольклор народов РСФСР” (“РСФСР халыҡтары фольклоры”) исеме м‑н урыҫ телендә, 1992 й. башлап хәҙ. исемендә нәшер ителә. 1993 й. тиклем йыл һайын (1—20‑се баҫмалар), һуңынан өҙөклөктәр м‑н (2006 й. 26‑сы баҫма нәшер ителә) сыға. Этник‑ара фольклор бәйләнештәренә, сәсмә һәм йыр фольклор жанрҙарының милли үҙенсәлектәренә, әҙәбиәт һәм халыҡ ауыҙ‑тел ижадының үҙ-ара йоғонтоһона һ.б. арналған тикшеренеүҙәр баҫыла. Төп бүлектәре: историография; этник‑ара фольклор бәйләнештәре; эпос, әкиәттәр, йырҙар; фольклор һәм әҙәбиәт һ.б. Яуаплы мөхәррирҙәре: Т.М.Акимова (1974—87) һәм Л.Г.Бараг (1974—95), Л.И. Брянцева (1997—2006).

Р.Х.Яҡупова

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019