Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“ФОЛЬКСКЛАНГ”

Просмотров: 1172

“ФОЛЬКСКЛАНГ” (“Халыҡ сыңы”), немец фольклор ансамбле. 1956 й. Благовар р‑ны Алексеевка мәҙәниәт йортонда ойошторола, 1966 й. алып ш. уҡ райондың Пришиб а. мәҙәниәт йортонда эшләй. 1990 й. “халыҡ” исемен ала. 2002 й. “Ф.” эргәһендә “Колядки” балалар немец фольклор ансамбле (етәксеһе К.С. Мирхәйҙәрова) ойошторола.

Репертуарында немец халыҡ йырҙары (“Йәшел, йәшел”, “Ах, матур йәшлек!”, “Ах, Изабелла”, “Тыуған ер”, “Эштәр күп”), ш. иҫ. немец телендә башҡарылған ерләү (“Туғандар, мин юлда”) һәм туй (“Матур йәшел венок”, “Йәшлек веногы”) йолаһы йырҙары. Рәсәй, Германия буйлап гастролдәрҙә була. Халыҡ-ара немец мәҙәниәте фестивале (Камышин ҡ., 1992), “Һаумы, XXI быуат!” респ. халыҡ ижады фестиваль‑эстафетаһы (2001), “Башҡортостан аҫылташтары” (“Самоцветы Башкортостана”; 2002) халыҡ ижады фестивале лауреаты; “Дуҫлыҡ сәскәлеге” (“Соцветие дружбы”; 2003; бөтәһе лә — Өфө) респ. үҙешмәкәр художестволы ижад халыҡ коллективтары фестивале һ.б. дипломанты. Ойоштороусыһы — Ф.Г.Едих. Художество етәкселәре: Н.К. Войтенко, С.И.Краснова, С.С.Кунц, Мирхәйҙәрова.

 

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019