Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФОМЕНКОВ Михаил Петрович

Просмотров: 973

ФОМЕНКОВ Михаил Петрович (5.11.1924, Өфө — 22.1.2004, шунда уҡ), хор дирижёры, педагог. Сәнғәт ғилеме канд. (1978). Проф. (1988). РФ‑тың (1996) һәм БАССР‑ҙың (1963) атҡ. сәнғәт эшмәкәре. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Башҡ. муз. уч‑щеһын (1948; О.М.Райцын класы), Гнесиндар ис. Муз.‑пед. ин‑тын (Мәскәү, 1954; В.П.Мухин, О.Ф.Шимановский класы) тамамлаған. 1941 й. алып Эске эштәр ХК клубы (Өфө), 1942 й. Башҡ. халыҡ бейеүҙәре ансамбле (ҡара: Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле), 1946 й. башлап Стәрлетамаҡ физик культура техникумы концертмейстеры, 1948—64 йй. Өфө сәнғәт уч‑щеһында, бер үк ваҡытта 1954—68 йй. 2‑се Өфө пед. уч‑щеһында, 1961—68 йй. Гнесиндар ис. Муз.‑пед. ин‑тының Өфө уҡыу‑консультация пунктында бүлек мөдире. 1968—2003 йй. (өҙөклөк м‑н) ӨДСА‑ла: хор м‑н дирижёрлыҡ итеү каф. мөдире (1968—70, 1990—95), проректор (1968—70, 1992—95). 1970—73 йй. Әстерхан консерваторияһының вокаль‑хор м‑н дирижёрлыҡ итеү каф. мөдире. 1959—71 йй. БАССР‑ҙың Хор йәмғиәте рәйесе. Ф. етәкләгән ижади коллективтар (2‑се пед. уч‑щеһы хоры һәм профсоюздарҙың хор капеллаһы) Башҡортостанда тәүгеләрҙән булып Г.В.Свиридовтың “Патетик оратория” (“Патетическая оратория”), В.П.Стародубровскийҙың “јјЙырым минең Башҡортостан тураһында” (“О Башкирии песнь моя”) ораторияларын, З.Ғ.Исмәғилев, Н.Ғ.Сабитовтың хор әҫәрҙәрен башҡара. Ульяновск (1968) һәм Ленинград (1969) ҡҡ. БАССР мәҙәниәте көндәрендә ҡатнаша (баш хормейстер һәм дирижёр). Уҡыусылары араһында Э.Х.Ғәйфуллина, З.Х.Ғөбәйҙуллина, БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре В.И.Тарасов, РФ‑тың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑рҙәре Н.Л.Горюшкина һәм М.Ғ. Солтанова, БАССР‑ҙың — Л.Ғ. Төхвәтуллина, БР‑ҙың — Ә.Р.Белогонова, Р.А.Воронина һ.б. Бик күп башҡ. халыҡ йырҙары эшкәртмәләре авторы. 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы орд. м‑н бүләкләнгән (1995).

Х е ҙ м.: Башкирская народная песня. Уфа, 1976; Очерки истории развития хорового искусства Башкортостана. Уфа, 2001; Воспоминания о шаляпинском зале. Уфа, 2003.

Э.Х.Ғәйфуллина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019