ФОМИН Вадим Александрович
ФОМИН Вадим Александрович (13.2. 1949, Дондағы Ростов ҡ.), спортсы. Иҡт. ф. канд. (1985). Саңғы ярышы б‑са СССР‑ҙың спорт мастеры (1981). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1995). ӨАИ‑ны тамамлаған (1973). ӨНИ спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры М.А.Зәйнетдинов). Донъя (1995 й. — 30 км; 2000 й. — 50 км; 2006 й. — 10 км ярышта), РСФСР (1990 й. — 15 км ярышта) һәм Рәсәй (1995 й., 1998 й. — 30 км; 1996 й., 2003 й. — 15 км ярышта) чемп., 10 км ярышта Бөтә донъя ветерандар уйынының көмөш призёры (2010), 10; 15; 30 һәм 50 км ярышта донъя чемпионаттарының көмөш (1995—96; 1998) һәм бронза (1998, 2000) призёры, 15 һәм 30 км ярышта күп тапҡыр Рәсәй чемпионаттары призёры; донъя чемп. (1997), донъя (1998, 2000—01, 2006) һәм Рәсәй (1995, 2003) чемпионаттарының көмөш призёры, донъя (1994— 96, 1999, 2004) һәм ветерандар араһында эстафетала Рәсәй (1996, 2009) чемпионаттарының бронза призёры.
Тәрж. М.Н.Моратшина