Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЙӘМӘҒӘТ ФОНДЫ

Просмотров: 1060

ЙӘМӘҒӘТ ФОНДЫ, социаль, хәйриәлек, мәҙәни, белем биреү йә йәмғиәткә файҙалы башҡа маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн ирекле мөлкәт иғәнәһе нигеҙендә ойошторолған, ағзалары булмаған йәмәғәт берекмәһе. Й.ф. эшмәкәрлеге РФ‑тың “Хәйриә эшмәкәрлеге һәм хәйриә ойошмалары тураһында”, “Йәмәғәт берекмәләре тураһында” (икеһе лә — 1995), “Коммерцияға ҡарамаған ойошмалар тураһында” (1996) закондары һ.б. м‑н көйләнә. Халыҡ‑ара, дөйөм Рәсәй, төбәк‑ара, төбәк, урындағы Й.ф. була. Й.ф. идара итеү тәртибен устав билдәләй; Й.ф. эшенә күҙәтеүҙе попечителлек советы алып бара. Й.ф. эшмәкәрлеге сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауға; балаларға матди һәм психологик ярҙам күрһәтеүгә, ветерандарҙы соц. яҡлауға; сәнғәт, мәҙәниәт, әҙәбиәт һәм фән өлкәһендә соц. әһәмиәткә эйә проекттарҙы әҙерләү һәм тормошҡа ашырыуға; ижт. ойошмаларға, йүнселлеккә булышлыҡ итеүгә, торама пункттарҙы тергеҙеү һәм соц. үҫтереүгә һ.б. йүнәлтелгән.

Башҡортостанда революцияға (1917) тиклем шәхси хәйриә йәмғиәттәре ойошторола, улар дауаханалар, мәктәптәр, приюттар, ашханалар асыуға аҡса бүлгән. Ваҡыф системаһы таралған була. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Оборона, Ҡыҙыл Армия, Ватанды һаҡлаусылар ғаиләләренә ярҙам итеүсе һ.б. фондтар эшләй. 20 б. 70—90‑сы йй. Аксаков фонды, Балалар фонды, Рәсәй мәҙәниәт фонды, Тыныслыҡ фонды ойошторола. БР‑ҙа 372 Й.ф. теркәлгән (2012), уларҙың 238, ш. иҫ. “Луч”, “Мәжит Ғафури — 21 быуат” һ.б., Өфөлә урынлашҡан.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019