ФӘНГӘ БУЛЫШЛЫҠ ИТЕҮ ФОНДТАРЫ
ФӘНГӘ БУЛЫШЛЫҠ ИТЕҮ ФОНДТАРЫ, дәүләт бюджетынан бүленгән һәм ситтән йәлеп ителгән аҡсаға формалашыусы коммерцияға ҡарамаған ойошмалар. Фәнни проекттарҙы конкурс нигеҙендә һайлап алыу м‑н шөғөлләнә. СССР‑ҙа 1968—91 йй. Берҙәм фән һәм техникаға булышлыҡ итеү фонды, Башҡортостанда 1993—2001 йй. БР Фән һәм технологик үҫеш фонды була.
Рәсәй фундаменталь тикшеренеүҙәр фонды (РФТФ), 1992 й. РФ Президенты указына ярашлы ойошторола. 2001 й. алып РФТФ һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте араһында фундаменталь тикшеренеүҙәр проекттарына берлектәге (төбәк) конкурстар үткәреү т‑да килешеүҙәр төҙөлә. РФТФ‑тың төбәк конкурстарында һайлап алынған проекттар һаны б‑са унда ҡатнашҡан 45 төбәк араһында БР‑ҙың өлөшө — 4,2%, финанслау күләме б‑са 2,5% тәшкил итә (2008). 2002—10 йй. конкурсҡа тәҡдим ителгән 476 проекттың 188‑е һайлап алына, федераль бюджеттан 37,35 млн һум бүленә.
Рәсәй гуманитар ғилми фонды (РГҒФ), 1994 й. РФ Хөкүмәте ҡарарына ярашлы ойошторола. 2004 й. алып РГҒФ һәм БР Хөкүмәте араһында “Урал: тарих, иҡтисад, мәҙәниәт” (“Урал: история, экономика, культура”) берлектәге (төбәк) конкурсын үткәреү т‑да килешеүҙәр төҙөлә. РГҒФ‑тың төбәк конкурсында һайлап алынған проекттар һаны б‑са БР‑ҙың өлөшө — 4,1%, финанслау күләме б‑са 4,5% тәшкил итә (2008). 2005—10 йй. конкурсҡа тәҡдим ителгән 347 проекттың 131‑е һайлап алына, федераль бюджеттан 15,21 млн һум бүленә. БР‑ҙың Төбәк эксперт советы РФТФ һәм РГҒФ‑ҡа ғаризаларҙың ғилми экспертиза һөҙөмтәләрен һәм башҡарылған эштәр б‑са отчёттар ебәрә.
Фәнни‑техник өлкәлә предприятиеларҙың бәләкәй формаларын үҫтереүгә булышлыҡ итеү фонды, 1994 й. РФ Хөкүмәте ҡарарына ярашлы ойошторола. 2003 й. алып Башҡортостанда фондтың вәкиллеге — “Эдисон” БР Инновациялар агентлығы, 2011 й. — “Баштехинформ”. 2009 й. фонд республиканан “Старт” программаһы б‑са — 18, “Антикризис” б‑са — 2, “УМНИК” программаһы б‑са 6 проектҡа ярҙам итә.
БР ФА‑ның фундаменталь тикшеренеүҙәренә булышлыҡ итеү фонды, 1995 й. ойошторола. Нәшриәт проекттарына, фәнни тикшеренеүҙәрҙең матди‑техник базаһын үҫтереү проекттарына, конф. ойоштороу һәм үткәреүгә, ғалимдарҙың төбәк, Рәсәй һәм халыҡ‑ара сараларҙа ҡатнашыуына булышлыҡ итә.
М.А.Сәйетова
Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина