Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАШҠОРТ ТЕЛЕНЕҢ ФОНЕТИК СИСТЕМАҺЫ

Просмотров: 2074

БАШҠОРТ ТЕЛЕНЕҢ ФОНЕТИК СИСТЕМАҺЫ, башҡорт теленең телмәр өндәре берләшмәһе, ул туғандаш һәм туғандаш булмаған телдәрҙең өндәр системаһы м‑н сағыштырғанда дөйөм һәм айырмалы билдәләр м‑н характерлана. Башҡ. теле вокализмында 9 башҡ. һуҙынҡы өнө бар. [а] һәм [ы] өндәре башҡа төрки телдәр м‑н сағыштырғанда үҙгәрешһеҙ һаҡланған; ҡалған һуҙынҡылар үҙгәреш кисергән: дөйөм төрки киң һуҙынҡылар тар һуҙынҡыларға әйләнгән, мәҫ., дөйөм төрки “беш” б[е]ш — башҡ. “биш” б[и]ш, “он” [о]н — “ун” [у]н, “көл” к[ө]л — “күл” к[ү]л; тар һуҙынҡылар — киңгә, мәҫ., дөйөм төрки “тиш” т[и]ш — башҡ. “теш” т[эе]ш, “ун” [у]н — “он” [оо]н, “күл” к[ү]л — “көл” к[ө]л һ.б. Башҡ. телендә [а] һәм [е] киң һуҙынҡылары, башҡа төрки телдәрҙәге кеүек үк, оҙон һәм аныҡ әйтелешле; ҡалғандары ҡыҫҡа әйтелә һәм ябылған (редукцияға бирелгән), мәҫ., “теш” т[э̆е] ш, “кис” к[й]с, “ҡыш” ҡ[ы̆]ш, “күк” к[ў̆]к, “ҡул” ҡ[ў]л, “төн” т[ї̆]н, “ҡош” ҡ[о̆о]ш. Урыҫ теленән үҙләштерелгән [а], [о], [у], [ыи], [эи], [и] өндәре график билдәләре б‑са башҡ. өндәре м‑н тап килә (ҡара: Графика), әммә артикуляция б‑са уларҙан айырыла һәм урыҫ теленән һуңыраҡ үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә ҡулланыла: “вал”, “порт”, “бур”, “тыл”, “винт”, “рельс”. Консонантизмда 24 башҡ. тартынҡы өнө бар. Башҡа төрки телдәрҙә осрамаған [һ], [ҫ], [ҙ] өндәре булыуы м‑н айырыла. [һ], [ҫ] өндәре дөйөм төрки [с] тартынҡыһының тарихи үҫеше һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән. Башҡ. диалекттарында был өндәр төрлөсә сағылыш таба, әҙәби телдә [һ] тартынҡыһы ижек башында ғына ҡулланыла, мәҫ., “һарымһаҡ” [һ]а‑рым‑[һ]аҡ; [ҫ] — ижек аҙағында, мәҫ., “ҡыҫҡыс” ҡы[ҫ]ҡыс. [ҙ] өнөнөң ике яҡлы килеп сығышы бар: 1) һүҙҙең бөтә урынында дөйөм төрки [з] өнөнөң тарихи үҫеше һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән, мәҫ., дөйөм төрки “ҡаз” ҡа[з] — башҡ. “ҡаҙ” ҡа[ҙ], “бузук” бу[з]ук — “боҙоҡ” бо[ҙ]оҡ; 2) һүҙҙең уртаһында даими булмаған [т]>[д]>[ҙ]>[й] үҫеше һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән, мәҫ., дөйөм төрки “ҡудуҡ” ҡу[д]уҡ — башҡ. “ҡоҙоҡ” ҡо[ҙ]оҡ, “сыдыр‑” сы[ д]ыр — “һыҙыр-” һы[ҙ]ыр. Дөйөм төрки [ч] башҡ. телендә һүҙҙең бөтә урынында [с] өнөнә күскән, мәҫ., дөйөм төрки “чаҡ” [ч]аҡ — “саҡ” [с]аҡ, “ҡачан” ҡа[ч]ан —“ҡасан” ҡа[ с]ан, “ачҡыч” а[ч]кы[ч] — “асҡыс” а[с]ҡы[с]. Башҡ. телендә тартынҡы өндәрҙең ҡулланылышы, башҡа төрки телдәрҙәге кеүек үк, етди тәртипкә һалынған: башҡ. һүҙҙәрендә анлаутта [г], [ғ], [ҙ], [з], [л], [н], [ң], [п], [р], [ҫ] өндәре ҡулланылмай; һүҙҙең башында һәм аҙағында ике һәм унан да күберәк тартынҡы килергә тейеш түгел (ҡара: Протеза, Эпентеза). [в], [ж], [ф], [х], [ц], [ч], [щ] өндәре үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә генә ҡулланыла. Телмәр барышында морфемалар, һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр составында өндәр үҙгәреше күҙәтелә (ҡара: Өндәрҙең комбинаторлы үҙгәреше). Башҡ. һәм дөйөм төрки фонетикаһы үҙенсәлектәренең береһе — сингармонизм, ул, һүҙҙе телмәр ағымында айырым берәмек булараҡ айырып, уның фонетик ойоштороу сараһы булып тора. Башҡ. телендә фонологик әһәмиәте булмаған тартынҡыларҙың ҡалынлығы һәм йомшаҡлығы һуҙынҡыларҙың урынына бәйле: улар артҡы рәт һуҙынҡылары м‑н — ҡалын, алғы рәт һуҙынҡылары м‑н йомшаҡ әйтелә. Һүҙҙәрҙә ижектәрҙе айырыу ярҙамсы мәғәнәгә эйә. Ижек тартынҡыға тамамланһа — ябыҡ (“икмәк” [ик‑мәк]), һуҙынҡыға тамамланһа, асыҡ ижек (“ба‑ла” [ба‑ла]) тип атала; тартынҡыға башланған ижек — ҡапланған (“төркөм” [төр‑көм]), һуҙынҡыға башланғаны ҡапланмаған ижек була (“алма” [ал‑ма]). Башҡ. телендә ҡапланмаған ижек тик һүҙ башында ғына килә, унан һуң килгәндәре ҡапланған була: “алмағастар” [ал‑ма‑ғас‑тар].

Әҙәб.: Хисамитдинова Ф.Г. История башкирского языка. Материалы по исторической фонетике. Уфа, 1989.

Э.Ф.Ишбирҙин

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019