Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЙЫЛҒА БАҒЫРЫ

Просмотров: 1067

ЙЫЛҒА БАҒЫРЫ (Salmo trutta morpha fario), һөмбаш һымаҡтар отрядының һөмбаштар ғаиләһенә ҡараған балыҡ. Аҡ, Балтик, Баренц, Каспий һәм Ҡара диңгеҙҙәр басс. йәшәй. Кәүҙә оҙонлоғо — 35 см тиклем, ауырлығы 0,2—0,8 кг. Кәүҙәһе һомғол, торпеда формаһында, ваҡ тығыҙ тәңкә м‑н ҡапланған. Төҫө үҙгәреүсән, ғәҙәттә сағыу. Ян‑яғында һәм арҡаһында аҡһыл ҡаймалы ваҡ ҡыҙғылт һары, ҡыҙыл, ҡара таптар бар. Ауыҙы ҙур, тештәре күп һанлы. Йөҙгөсө бәләкәй, май йөҙгөсө һуҙылған тире йыйырсығы рәүешендә. Енси яҡтан 3—4 йылда өлгөрә. Көҙ аҙағында ыуылдырыҡ сәсә. Ыуылдырығы эре, ташлы‑ҡырсынташлы грунтҡа һалына. Үрсемлелеге — 1—3 мең ыуылдырыҡ (диам. 2—3 мм). Бөжәктәр һәм уларҙың балағорттары, эре балыҡтар — ваҡ балыҡ һәм сүмесбаштар м‑н туҡлана. Йыл әйләнәһенә әүҙем. БР‑ҙа Егән, Еҙем, Инйәр, Йәнгел, Ләмәҙ, Кесе Ҡыҙыл, Нөгөш, Үҙән, Эҫем һ.б., һирәк осраҡта Бөгөлмә‑Бәләбәй ҡалҡыулығының Дим һәм Ыҡҡа ҡойған йылғаларының үрге ағымында йәшәй. Үрсетеү һәм спорт балыҡсылығы объекты. БР‑ҙың һәм РФ‑тың Ҡыҙыл китаптарына индерелгән.

И.П.Дьяченко

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019