Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФОСФОГИПС

Просмотров: 1011

ФОСФОГИПС, дигидрат ысулы м‑н етештерелгән экстракцион фосфор кислотаһы ҡалдығы. Апатиттар һәм фосфориттарҙы тарҡалмаған фосфаттар, фосфор к‑таһы, балсыҡлы һәм һыуҙа эреүсән фторлы берләшмәләр, ауыр металдар ҡушылмалары м‑н көкөрт к‑таһында тарҡатҡанда барлыҡҡа килгән көлһыу аҡ төҫтәге онтаҡ (к‑таның һәр тоннаһына 4,25 һәм 5,6 т тап килә). Минераль ашламалар сифатында йәки органик ашламалар м‑н берлектә, әсе һәм тоҙло тупраҡты химик мелиорациялауҙа, бәйләүес матдәләр, шлакоситалдар, минераль мамыҡ, шлак пемзаһы, көкөрт кислотаһы, эзбиз, аммоний сульфаты етештереүҙә; бәйләүес үҙенсәлектәре эйә булмағаны — юл төҙөлөшөндә файҙаланыла. Башҡортостанда “Мәләүез минераль ашламалары” ААЙ‑нда (2008 й. алып “Газпром нефтехим Салават” ААЙ‑ы составында) яҡынса 0,781 мең т Ф. барлыҡҡа килә (2010); буш тау тоҡомдары өйөмдәрендә 300 мең т ашыу тупланған; пр‑тие тупраҡҡа гипс индереү өсөн Ф. м‑н тәьмин итә. БР‑ҙың Төҙөлөш комплексы ғилми-тикшеренеү, проект‑конструкторлыҡ һәм етештереү ин‑тында (Л.Н.Гера етәкс.) Ф. юл‑төҙөлөш материалдары производствоһына индереү б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла; ӨДНТУ‑ла (В.В.Бабков етәкс.) Белорус политехник акад. (Минск) м‑н берлектә Ф. нигеҙендә йөҙләү материалдары, Органик химия ин‑ты һәм БДПУ м‑н берлектә стена изделиелары етештереү ысулдары эшләнә.

Әҙәб.: И в а н и ц к и й В.В., К л а с с е н П.В., Н о в и к о в А.А. Фосфогипс и его использование. М., 1990.

Н.В.Давиденко

Тәрж. Й.Ш.Мөхәмәтйәров

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: