Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФРАГМИДИУМ

Просмотров: 580

ФРАГМИДИУМ (Phragmidium), тут бәшмәктәре заты. Яҡынса 60 төрө билдәле, киң таралған. Башҡортостанда бер нисә тиҫтә төрө бар. Роза һымаҡтарҙың бер хужалы паразиттары. Пикниялары яҫы, япраҡтың өҫкө яғының кутикулаһы аҫтында урынлашҡан. Эцидияларының тышсаһы юҡ. Уредоспораларының (йәйге споралары) бер нисә шытымлы күҙәнәктәре бар, июлдә үҫә; телейтоспоралары (ҡышҡы) цилиндр формаһында, ҡара‑һоро, ҡара төҫтә, күп күҙәнәкле (3—22 күҙәнәктән), төбөндә төҫһөҙ һаптарҙа урынлашҡан. Ф. төрҙәре телейтоспора стадияһында ҡойолған япраҡта ҡышлай (яҙ көнө яңы үҫемлектәрҙе зарарлаған базидиоспоралар барлыҡҡа килтерә) йәки зарарланған үҫентеләрҙә мицелий рәүешендә һаҡлана. Роза һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған 60 төрҙә паразит булып йәшәй, үҫемлектәрҙең (ҡара бөрлөгән, ҡурай еләге һәм әлморондоң) тутын тыуҙыра. БР‑ҙың бөтә терр‑яһында осрай.

Р.Ғ.Миңлебаев

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: