Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФРАЗЕОЛОГИЯ

Просмотров: 1428

ФРАЗЕОЛОГИЯ (гр. phrásis, эйәлек килештә phraseos — әйтем һәм ...логия), 1) телдең хәҙ. торошондағы һәм тарихи үҫешендәге фразеологик составын өйрәнгән тел ғилеме бүлеге. Фразеологизмдарҙың тәбиғәтен һәм уның категориаль билдәләрен тикшереү, уларҙың телмәрҙә йәшәү законлыҡтарын асыҡлау Ф. предметы булып тора. Ф. фразеологизмдарҙың спецификаһын сит номинация продукты булараҡ өйрәнә, ул бирелгән һүҙбәйләнештәрҙе йәки айырым һүҙҙе яңыса аңлау һәм яңы мәғәнә формалашҡан процеста һүҙ-компоненттарҙың үҙ‑ара синтагматик тәьҫир итешеүе булараҡ күрһәтелә; уларҙың билдә функцияһын, мәғәнәһен, фразеологизмдарҙың лексик компоненттарының структур‑семантик спецификаһын, уларҙың синтаксик һәм морфол. төҙөлөшөн һ.б. тикшерә. Фразеологизмдар (телдең “фразеологик подсистемаһы” проблемаһы м‑н тура килә), фразеологизмдар һәм дөйөм тел системаһының мәғәнә берәмектәре (башлыса һүҙҙәр м‑н) араһындағы системалы бәйләнеште өйрәнеү Ф. төп бурысы булып тора. Башҡ. Ф. өйрәнә башлау лексикографияның үҫеше м‑н бәйле. С.Н.Моратовтың “Төрки телдәрҙә нығынған һүҙбәйләнештәр” (“Устойчивые словосочетания в тюркских языках”; 1961) эше башҡ. һәм татар теленең Ф. сағыштырма өйрәнеү б‑са беренсе монография булып иҫәпләнә. Һ.Л.Дәүләтшинаның “Ырғыҙ” романы материалы б‑са яҙылған Х.Ғ.Йосоповтың “Башҡорт теленең фразеологияһы” (“Фразеология башкирского языка”; 1963) хеҙмәтендә художестволы әҫәрҙәге фразеологизмдарҙың стилистик функцияһы ҡарала. Ж.Ғ.Кейекбаев “Хәҙерге башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһы” (1966) китабында фразеологик берәмектәрҙең мәғәнәүи һәм грамматик классификацияһын бирә, уларҙың төп типтарын билдәләй: ябай фразеологик бәйләнештәр, идиоматик әйтемдәр, мәҡәлдәр һәм тапҡыр һүҙҙәр. Башҡ. теленең Ф. теорияһына З.Ғ.Ураҡсин ҙур өлөш индерә, ул “Башҡорт теленең фразеологияһы” (“Фразеология башкирского языка”; 1975) хеҙмәтендә Ф. системалы тасуирлай, семантик, грамматик һәм синтагматик анализ яһай, парадигматик һәм трансформацион үҙенсәлектәрен, этимологияһын асыҡлай. Шулай уҡ Ғ.Ғ.Ҡаһарманов, З.М.Рәйемғужина, Р.Х.Хәйруллина, М.Х.Әхтәмов һ.б. хеҙмәттәре башҡ. теленең Ф. өйрәнеүгә арналған. 2) Бирелгән телдең фразеологик берәмектәренең йәки фразеологизмдарының (тулайым дөйөмләштерелгән‑күсермә мәғәнәләре һүҙ комплексы — прототипты яңыса аңлау нигеҙендә формалашҡан һүҙҙәрҙең семантик яҡтан бүленмәгән нығынған һүҙҙәр бәйләнеше) йыйылмаһы, шул уҡ фразеологик состав. Килеп сығышы б‑са фразеологизмдар башҡ. телендә электән булған һәм үҙләштерелгән төрҙәргә бүленә. Башҡ. фразеологизмдарының күп өлөшө үҙҙәренең тамырҙары м‑н дөйөм төрки ҡатламға барып тоташа. Йәнле һөйләү телмәре һәм фольклор төрлө милли телдәрҙең, ш. иҫ. башҡ. теленең, Ф. барлыҡҡа килеүенең төп сығанағы булып тора. Күпселек фразеологизмдарҙың барлыҡҡа килеүе мифол. һәм дини ҡараштар — “айыу майы һөртөү” (урлау, сәлдереү); соц.-тарихи характерҙағы факттар — “Әндрәй ҡаҙнаһы” (бөтмәҫ муллыҡ сығанағы); яҙма традициялар — “ләм‑мим һүҙ әйтмәү” [бер һүҙ ҙә әйтмәү, ауыҙға һыу уртлау; (ғәр. хәрефтәре исемдәренән)]; тышҡы ҡиәфәтте, йәнлектәрҙең ҡылыҡ‑ғәҙәттәрен һүрәтләү — “эт менән бесәй кеүек йәшәү” — м‑н бәйле. Фольклор традициялары бер ни тиклем башҡ. фразеологизмдарының нигеҙе булып тора: “бер бите ай, бер бите ҡояш” (бик матур, үтә сибәр). Сит тел элементтары башҡ. фразеологизмдарының лексик составында, ш. уҡ күпселек урыҫ теленән ингән калькаланған бәйләнештәр рәүешендә барлыҡҡа килә: “аҡҡош йыры”, “беренсе ҡарлуғас”, “һыуҙан ҡоро сығыу”. Ураҡсин, Ф.А.Нәҙершина, Йосоповтың “Башҡортса‑русса фразеологик һүҙлек” (1973), Ураҡсиндың “Урыҫса-башҡортса фразеологик һүҙлек” (“Русско‑башкирский фразеологический словарь”; 1989), “Башҡорт теленең фразеологик һүҙлеге” (1996; 2006) һүҙлектәрендә башҡ. теленең фразеологизмдары системалаштырылған.

Ғ.Ғ.Ҡаһарманова

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: