Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФРАНКЕНИЯ

Просмотров: 674

ФРАНКЕНИЯ (Frankenia), франкения һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 80 төрө билдәле, башлыса Ер шарының уртаса һәм субтропик бүлкәттәренең сүллек өлкәләрендә таралған. Башҡортостанда шырт Ф. (төклө тармаҡлы ярым ҡыуаҡ) һәм кершәнләнгән Ф. (ныҡ тармаҡлы, һирәгерәк тармаҡһыҙ бер йыллыҡ үлән) үҫә. Шырт Ф. һабағы күтәрелеүсән йәки төҙ, бейеклеге 10—35 см; япрағы бер быуын тирәләй урынлашҡан, ултырма тиерлек, ҡыяҡлы йәки оҙонса‑ҡыяҡлы, осло, аҫҡа табан сите уралған. Кершәнләнгән Ф. һабағы нескә, йәйенке, бейеклеге 10—30 см; япрағы быуын тирәләй 4‑әрләп урынлашҡан, ҡыҫҡа һаплы, кире йомортҡа формаһында, тупаҡ йәки уйымлы, аҫ яҡтан онға оҡшаш ҡуныҡлы. Ф. сәскәләре дөрөҫ төҙөлөшлө, ике енесле, ваҡ, ултырма, ал йәки тоноҡ ал төҫтә, касаһы цилиндр формаһында, 4—5 ҡушылып үҫкән каса япраҡсаһынан, тажы 4—5 ирекле таждан тора; шырт Ф. — ҡалҡан рәүешле сәскәлек остарында шәлкемдәргә йыйылған; кершәнләнгән Ф. — йыш осраҡта яңғыҙар, япраҡ ҡуйындарында йәки һәнәк рәүешле айырылған ботаҡтарҙың остарында урынлашҡан. Май—июлдә сәскә ата. Емеше — овал йәки оҙонса бер оялы ҡумта, июнь—авг. өлгөрә. Тоҙло тупраҡта һәм татырлыҡтарҙа үҫә, һирәкләп Башҡортостандың Урал аръяғында (Хәйбулла р‑ны) осрай. Составында антоциандар, фенолкарбон к‑талары, флавоноидтар бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла.

 

С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019