Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФРАНС ЯРУСЫ

Просмотров: 1119

ФРАНС ЯРУСЫ, девондың өҫкө бүлегенең аҫҡы бүлексәһе. Живе ярусында ята, фамен ярусы м‑н ҡаплана. Фран а. (Бельгия) янында Ж.Омалиус д’Аллуа тарафынан айырып күрһәтелә (1862). Стратотибы һәүерташтарҙан һәм риф эзбизташтарынан тора; ҡалынлығы 600 м тиклем. Ф.я. ултырмалары БР терр‑яһында киң таралған. Платформалы өлөшөндә Ф.я. эзбизташтарҙан, балсыҡлы һәүерташтарҙан, ҡомташтарҙан (ҡалынлығы 260 м тиклем), Көньяҡ Уралдың көнбайыш битләүендә — терриген-карбонат тоҡомдарынан, көнсығышында — вулкан һәм вулкан-ултырма ҡатламдарҙан (ҡалынлығы 1500 м тиклем) ғибәрәт. Көнбайыш битләүендә аҫҡын, мәндем, доманик, һәргәй горизонттарына, көнсығышта — моҡас, боғаҙаҡ, бейәғаҙы һ.б. свиталарға бүленә.

Әҙәб.: Фамен ярусы мәҡ. ҡарағыҙ.

В.А.Маслов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: