Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФРАНЦЕВИЧ Иван Никитович

Просмотров: 749

ФРАНЦЕВИЧ Иван Никитович (3.8. 1905, Полтава ҡ. — 14.2.1985, Киев), физик‑химик, материалдарҙы өйрәнеүсе. Украина ССР‑ы ФА акад. (1961). Химия ф. д‑ры (1961). Соц. Хеҙмәт Геройы (1969). Фәнни хеҙмәттәре өҫкө йөҙ күренештәре электрохимияһы һәм химияһы, металлургия, металдарҙы өйрәнеү ғилеме һәм металлофизика өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә арналған. Ф. тарафынан тәүгеләрҙән булып металдарҙың шыуыу һәләтенең диффузион механизмы билдәләнә, иретмәләрҙең электрохимик окисланыу теорияһы һәм уны тасуирлауҙың кинетик тигеҙләмәләре тәҡдим ителә. Онтаҡ металлургияһы ысулы м‑н утҡа сыҙамлы, ныҡлы, элетр эрозияһына сыҙамлы материалдар эшләнә; прокат көйөгөнән һәм мартит мәғдәненән тимер онтағы алыу, тәбиғи газдарҙы технологик тәғәйенләнешле газ мөхитенә каталитик эшкәртеү технологиялары эшләнә. Украина ССР‑ы ФА Өфөгә эвакуацияланған осорҙа (1941—1943) Ҡара металлургия ин‑тының (Свердловск ҡ. эвакуацияланған) дир. урынбаҫары һәм бүлек мөдире. Ф. етәкс. Белорет металлургия комбинатында махсус иретмәләр булдырыла; Башҡ‑н нефть комб‑ты (ҡара: “Башнефть”) хеҙм‑рҙәре м‑н берлектә нефть эшкәртеү пр‑тиелары аппаратураһын коррозиянан һаҡлау ысулдары эшләнә. Украина ССР‑ы ФА Металлокерамика һәм махсус иретмәләр ин‑тын ойоштороусы (1955). 600‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, 14 уйлап табыу авторы. СССР Дәүләт (1950), Украина ССР‑ы (1969) пр. лауреаты. Ф. исеме м‑н ул ойошторған ин‑т һәм Полтавалағы урам аталған.

М.А.Сәйетова

Тәрж. Й.Ш.Мөхәмәтйәров

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019