Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФРАНЦИЯ

Просмотров: 1196

ФРАНЦИЯ, Ф р а н ц и я Р е с п у б л и к а һ ы, Көнбайыш Европалағы дәүләт. Майҙаны — 551,5 мең км2. Баш ҡалаһы — Париж. Дәүләт башлығы — президент. Халҡы — 66,4 млн кеше (2014), 94%‑ы — француздар. Рәсми тел — француз теле. Диндарҙарҙың күпселеге — католиктар. БР‑ҙың Ф. м‑н бәйләнештәре РФ һәм Ф. мөнәсәбәттәре сиктәрендә алып барыла. БР Президенттары М.Ғ.Рәхимов (1993, 1995, 2008), Р.З.Хәмитов (2012, 2013) етәкс. делегацияның, БР Хөкүмәте делегацияһының (1998, 1999, 2006—08) — Ф.; Ф. РФ‑тағы илсеһе етәкс. Хөкүмәт делегацияһының (1998), Ф. РФ‑тағы Илселеге (2011), француз бизнесы вәкилдәре (2013, 2015) делегацияларының, Ф. РФ‑тағы Илселеге советниктарының (1999, 2004—08), француз эшлекле даирәләренең (1981, 1991, 1998, 2003, 2006—09, 2010, 2014) БР‑ға рәсми визиттары була. 1997—2010 йй. Ф. төбәк вәкиллеге бурыстарын БР‑ҙың Австриялағы Вәкиллеге башҡара. Ф. делегаттары Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы [ҡара: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)] эшендә ҡатнаша. Агросәнәғәт комплексы, нефть эшкәртеү сәнәғәте, нефтехимия сәнәғәте һ.б. өлкәләрҙә ике яҡ өсөн файҙалы хеҙмәттәшлек булдырылған. БР‑ҙың тышҡы сауҙа әйләнешендә Ф. өлөшөнә 1,1% тура килә (2012). БР‑ҙың һәм Ф. тышҡы сауҙа әйләнеше 150 млн АҠШ доллары тәшкил итә. БР‑ҙың Ф. экспорты 100 млн доллар иҫәпләнә; уның тауар структураһында нефть һәм нефть продукттары, химия продукттары һ.б. өҫтөнлөк итә. Ф. машиналар эшләү продукцияһы, химия продукттары, металл изделиелар һ.б. импорты 50 млн доллар тәшкил итә. БР‑ҙа — Ф. мәҙәниәте көндәре (1997), Француз киноһы фестивалдәре (бөтәһе лә — Өфө); Ф. ЮНЕСКО штаб-квартираһында “Башҡортостан: Рәсәй менән 450 йыл бергә” Халыҡ-ара презентация (2008), БР‑ҙың инвестициялар һәм производство потенциалы презентацияһы (2012), ЮНЕСКО м‑н 15 йыл хеҙмәттәшлек итеүгә арналған БР презентацияһы (2013; бөтәһе лә — Париж) була. Башҡортостан м‑н Ф. араһында күптәнге тарихи бәйләнештәр бар. Башҡ. полктары рус-прусс-француз һуғышында (1806—07), Ватан һуғышында (1812) һәм рус армияһының сит илгә походтарында (1813—14) ҡатнашҡан. Париж күргәҙмәләрендә Златоуст ҡорал фабрикаһы изделиелары ҡуйылған. Ф. Ә.Ә.Вәлидов, Б.И.Николаевский, М.А.Осоргин һ.б., ш. уҡ Аҡтар хәрәкәтендә ҡатнашҡан байтаҡ кешеләр эмиграцияла булған. Икенсе донъя һуғышы йылдарында Өфөлә халыҡ-ара коммунистик хәрәкәт (ҡара: Коммунистик Интернационал башҡарма комитеты) эшмәкәрҙәре француз яҙыусыһы Ж.‑Р.Блок, Ф. Коммунистар партияһы ген. секретары М.Торез һ.б. йәшәгән һәм эшләгән. 1959—60 йй. “Кребс” француз фирмаһынан Стәрлетамаҡ химия з‑ды (ҡара: “Каустик”) өсөн терегөмөш ысулы м‑н каустик сода һәм хлор; 1976—82 йй. “Спейшим” француз фирмаһынан “Минудобрения” пр‑тиеһы өсөн бөртөклө ҡатмарлы ашламалар етештереү ҡорамалы һатып алына. 1978 й. “Thomson CSF Telephone” француз фирмаһы м‑н килешеү б‑са Өфө коммутация аппаратураһы з‑ды (ҡара: “БЭТО”) төҙөлә, ш. уҡ йылда Ф. республикаға лимузин тоҡомло һыйыр малы килтерелә. 1970 йй. француз белгестәре Башҡортостан нефть эшкәртеү һәм нефтехимия пр‑тиеларында ҡорамалдарҙы монтажлай, көйләй һәм эшләтеп ебәрә, артабан улар ҡатнашлығында был производстволар модернизациялана. 2011 й. Өфөлә “Ашан” һәм “Леруа Мерлен” француз ваҡлап һатыу селтәрҙәре гипермаркеттары асыла.

Башҡорттарҙың антропологияһын — Ш.Э.Уйфальви, башҡорт ихтилалдарын (17—18 бб.) — Р.Порталь, башҡорттарҙың Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыуын П. Паскаль һ.б. өйрәнгән (ҡара: Башҡорттар тураһында фән, Историография). БР ФА‑ның сит ил ағзалары итеп Ж.Батай һәм А.Каган һайланған. Нефтехимия һәм катализ институты м‑н Пьер һәм Мария Кюри ун‑ты (Париж), Перспективалы материалдар физикаһы институты һәм Руан ун‑ты, Гренобль Милли политехник ин‑ты ғалимдары һ.б. берлектәге тикшеренеүҙәр үткәрә. 2004 й. Шүлгәнташ археологик ҡомартҡыһында ҡая һүрәттәрен өйрәнеү б‑са БР һәм Ф. ғалимдарының берлектәге экспедицияһы ойошторола. Башҡорт дәүләт университеты һәм Сержи-Понтуаз (2013), Көнбайыш Бретань ун‑ттары (Брест ҡ., 2016), Авиация техник университеты, Педагогия университеты һәм Тулуза III—Поль Сабатье ун‑ты м‑н хеҙмәттәшлек булдырыла.

Ф. темаһы башҡ. фольклорында, М.Ғәлиҙең “Франция дәфтәренән” шиғырҙар циклында (1972), Я.Х.Хамматовтың “Төньяҡ амурҙары” романында (1983; урыҫса тәржемәһе “Северные амуры”, 1987) сағылыш тапҡан. В.Гюгоның “Гаврош” (1935, 1960), Ш.Перроның “Итекле бесәй” (“Кот в сапогах”; 1952) әҫәрҙәре һ.б. башҡорт теленә тәржемә ителгән; Ә.Һ.Бикчәнтәев, М.Кәрим һ.б. әҫәрҙәре француз телендә нәшер ителгән. 1997 й. Ф. РФ‑тағы Илселеге Милли китапханаға француз телендә 1 мең китап бүләк итә (2009 й. ҡарата китапхананың француз уҡыу залында 7 мең китап иҫәпләнә). Өфөлә Художество галереяһында һәм Милли китапханала француз рәссамы М.‑К.Пажель (1999, 2001, 2003), “Мираҫ” галереяһында скульпторҙар Б.Готье һәм М.Лессианың (2010) шәхси күргәҙмәләре үткәрелә. Парижда Р.Х.Нуриев йәшәгән һәм эшләгән. Ф. А.Ә.Абдразаҡов, И.И.Дилмөхәмәтов, Р.А.Заһретдинов, Р.Г.Зарипов, Л.С.Ҡыуатова, Й.М.Иҫәнбаев, Ф.М.Саттаров, Г.Ғ.Сөләймәнова, Р.Ғ.Туйсина һ.б. сығыш яһаған; рәссамдар Р.Х.Әхмәтвәлиев____________, С.К.Дергун, Р.И.Килмәмәтов һ.б. эштәре күргәҙмәгә ҡуйылған. Ф. Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбленең (1973, 2013), Опера һәм балет театры труппаһының (1995, 2016), Өфөлә “Францияның йәш балеты” труппаһының гастролдәре (1995, 1997) була. Урыҫ драма театры сәхнәһендә француз реж. С.Раппено — Л. Сальвэр романы б‑са “Себендәр ҡеүәте” (“Могущество мух”; 2000), Башҡорт драма театры сәхнәһендә француз реж. С.Лоик Р.Вальсер романы б‑са “Бенжамент институты” (“Институт Бенжамента”) (2009) спектакль ҡуйған.

БР‑ҙа 15 француз йәшәй (2010). “Башҡортостан—Франция” дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек респ. йәмғиәте эшләй.

Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: