Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФРАНЦУЗ ТЕЛЕ

Просмотров: 1235

ФРАНЦУЗ ТЕЛЕ, роман телдәренең береһе (галл‑роман төркөмсәһе). Франция, Гаити, Монаконың рәсми теле; Андорра, Бельгия, Канада, Люксембург, Швейцарияның рәсми телдәренең береһе; ҡайһы бер Африка илдәренең берҙән‑бер рәсми теле йәки рәсми телдәренең береһе. БМО‑ның рәсми һәм эш телдәренең береһе. Шулай уҡ Италияла, АҠШ‑та, Океания илдәрендә һ.б. таралған. Һөйләшеүселәр һаны (Ф.т. туған теле тип һанаусылар) — 200 млн ашыу кеше. 2002 й. БР‑ҙа Ф.т. белгән кешеләр һаны — 9973 кеше. Окситан (провансаль) теленә яҡын. Латин теленә барып тоташа. Ф.т. француз (франсий, төньяҡ, көнбайыш, көньяҡ‑көнбайыш, үҙәк, көнсығыш, көньяҡ‑көнсығыш) һәм франк‑провансаль диалекттары айырыла. Хәҙ. әҙәби Ф.т. 17 б. көнбайыш диалекттары нигеҙендә формалаша. Фонетикаһы өсөн аныҡ артикуляция хас: бөтә һуҙынҡылар баҫымға ҡарамай асыҡ итеп әйтелә, тартынҡылар йомшармай һәм һүҙ аҙағында һаңғырауланмай (сағ.: французса la para[d]e — урыҫса пара[т]) һ.б. Көс баҫымы һуңғы ижеккә төшә: “administratíf” (административ), “administratión” (администрация); һөйләмдә баҫым һаны һүҙҙәр һаны м‑н түгел, ә һүҙҙәргә берләшкән ритмик төркөмдәргә ҡарап билдәләнә, шулай итеп, һүҙ, ҡушылыу һәм бәйләнеү (телмәр омонимияһы) күренештәренә ярашлы, йыш әйтелешен үҙгәртә. Морфологияһында һүҙҙәрҙең үҙгәрмәүе тенденцияһы күҙәтелә: “èlève” (уҡыусы), “jeune” (йәш); грамматик мәғәнәләрҙең (енес, һан, зат) күбеһен белдереү йыш синтаксис сфераһына күсерелә, махсус ярҙамсы һүҙҙәр киң ҡулланыла: артиклдең 3 төрө, ҡылым эргәһендәге алмаштар “je” (мин), “tu” (һин), “il” (ул) һ.б. м‑н бер рәттән үҙ аллы “moi”, “toi”, “lui” алмаштары, детерминативтар — ярҙамсы сифат алмаштары “mon” (минеке), “ce” (был) һ.б., мәҫ., “je pars aujourd"hui” (мин бөгөн китәм), “il a dit” (ул әйтте), “je prends ce livre” (мин был китапты алам) һ.б. Синтаксисына һүҙҙәрҙең ҡаты тәртибе, һөйләмдәрҙең ике составлы булыу тенденцияһы, хәбәрҙең ҡылымдан булыуы һ.б. хас. Ф.т. лексикаһының формалашыуында латин теле ҙур роль уйнай, унан күп һүҙҙәр, һүҙьяһалыш моделдәре, синтаксик әйтемдәр үҙләштерелгән. Шулай уҡ һүҙлек составында испан, итальян, инглиз телдәренән үҙләштерелгән һүҙҙәр бар. Яҙыуы латин алфавиты нигеҙендә башҡарыла. Хәҙ. француз алфавиты 26 хәрефтән тора. Ф.т. БР‑ҙың урта мәктәптәрендә һәм юғары уҡыу йорттарында өйрәнелә. Ф.т. б‑са белгестәр БДУ‑ла, БДПУ‑ла, БДУ‑ның Бөрө филиалында әҙерләнә. Р.Ҡ.Ғарипов, Т.П.Нехорошкова етәкс. француз филол. б‑са фәнни‑тикшеренеү эштәре алып барыла.

Әҙәб.: Гак Ю.С. Введение во французскую филологию. М., 1986; Реферовская Е.А. Формирование романских литературных языков: французский язык. М., 2007.

Р.Ҡ.Ғарипов, Т.П.Нехорошкова

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 31.07.2023
Связанные темы рубрикатора: