Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФРЕЗЕРЛАУ

Просмотров: 917

ФРЕЗЕРЛАУ, металдарҙы станокта күп тешле металл ҡырҡҡыс инструмент (фреза) ярҙамында ҡырыу юлы м-н эшкәртеү. Ф. ваҡытында инструмент — әйләнеү (төп хәрәкәт), эшкәртелә торған әҙерләмә ынтылышлы (бирелеш хәрәкәте; тура һыҙыҡ б‑са, әйләнеү хәрәкәте йәки винт б‑са, йүнәлеше — ҡаршы йәки ыңғай булыуы мөмкин) хәрәкәт башҡара. Ҡырыуҙың тиҙлеге материалға һәм фрезаның ҡырыусы өлөшөнөң геом. параметрҙарына, ҡырыу тәрәнлегенә, бирелештең тиҙлегенә, әҙерләмәнең өҫкө ҡатламының торошона һ.б. бәйле. Ф. машиналар эшләү пр‑тиеларында яҫы һәм фасонлы өҫкө йөҙҙәрҙе, һырҙарҙы эшкәртеү һ.б. өсөн ҡулланыла. Башҡортостанда Ф. процестарын тикшереү 20 б. 50‑се йй. ӨАИ‑ла (А.М.Аҡбирҙин, В.Б.Бершадский, В.И.Комиссаров, В.В.Кривошеев, С.К.Попов, Г.А.Шаров) башлана. Газ турбиналы двигателдәрҙе етештереүҙә файҙаланылған тутыҡмай торған айырыуса ныҡ конструкция материалдарын эшкәртеүҙең оптималь режимдары билдәләнгән; фрезалар камиллаштырылған һәм уларҙың оптималь геом. үлсәмдәре табылған. Һөҙөмтәләре ӨМЭПБ‑ла, Күмертау авиация производство пр‑тиеһында, “Гидравлика” пр‑тиеһында һ.б. индерелгән. Шулай уҡ ҡара: Металл ҡырҡыу станогы.

Р.Р.Латипов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019