Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФРИД Аркадий Исаакович

Просмотров: 1122

ФРИД Аркадий Исаакович (21.2.1946, Өфө), инженер‑электромеханик. Техник ф. д‑ры (2000), проф. (2002). БР‑ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (2002), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1985). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1968) Өфө “Молния” агрегат КБ‑нда эшләй, 1972 й. алып ӨДАТУ‑ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге билдәһеҙлек шарттарында ҡатмарлы динамик системаларға идара итеүгә арналған. Ф. ҡатнашлығында авиация двигателдәренә идара итеүҙең адаптив системаһын төҙөү принциптары, автоматлаштырылған идара итеүҙең цифрлы системалары һ.б. уйлап сығарылған. Асыштары БР‑ҙың, РФ‑тың авиация һәм нефть сәнәғәте пр‑тиеларында индерелгән. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 78 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Проблемы проектирования и развития систем автоматического управления и контроля ГТД. М., 1999 (авторҙ.); Нейрокомпьютеры в авиации (самолёты). М., 2004 (авторҙ.); Проблемы управления сложными динамическими объектами авиационной и космической техники. М., 2015 (авторҙ.).

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019