ФРИДМАН Марк Наумович
644
ФРИДМАН Марк Наумович (15.4. 1914, Волынск губ. Полонное а. — 10.12.1969, Өфө), терапевт. Мед. ф. д‑ры (1967), проф. (1969). БАССР‑ҙың атҡ. табибы (1964), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1948). 1939—40 йй. совет‑финлянд һуғышында ҡатнашыусы. Винница мед. ин‑тын тамамлаған (1939). 1941 й. алып госпиталь терапевтик клиникаһында эшләй (1944—45 йй. баш табип), бер үк ваҡытта 1943 й. башлап БДМИ‑ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге гастроэнтерология, курортология мәсьәләләренә һ.б. арналған. 65‑тән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Ҡыҙыл Йондоҙ (1940) орд. м‑н бүләкләнгән.
Х е ҙ м.: Курорт Красноусольск. Уфа, 1967
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Энциклопедиялар: