Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФРИНА

Просмотров: 933

ФРИНА (Triphysa phryne), күбәләктәр отрядының сатиридалар ғаиләһенә ҡараған бөжәк. Башлыса Евразияның уртаса бүлкәтенең көньяҡ өлөшөндә таралған. Ҡанатының ҡоласы 30—36 мм, түнәрәкләнгән, киң, ата бөжәктең ҡанатының өҫ яғы көрәнһыу һоро төҫтә, инә бөжәктеке — мәрүәт ялтырауыҡлы һарғылт аҡ; аҫҡыһы — көрән, тамырсыҡтары буйлап көмөш‑аҡ. Ҡанат ситтәрендә бер нисә көмөш‑аҡ нөктәле ҡара таптар бар. Йомортҡалары йәшел, ҡыҫҡа бокал формаһында, мал аҙығы үҫемлектәре япраҡтарына һала. Ҡарышлауыҡтары 3 см оҙонлоҡта, йәшел, орсоҡ формаһында, кәүҙәһе (артҡы сегменты икегә бүленгән) һәм башы бер аҙ төклө, арҡаһы буйлап йәшкелт һоро һыҙат үтә, уға параллель рәүештә уң һәм һул яҡтан икешәр ҡыҙыл кирбес төҫөндәге ике нескә һыҙыҡ урынлашҡан. Ҡыяҡлыларҙа үҫешә. Ҡурсағы йомортҡа формаһында. Республика шарттарында бер йыл эсендә 1 быуын үҫә. Ҡурсағы ҡышлай. Күбәләктәр апрель—майҙа оса. Көндөҙ ҡояшлы көндә әүҙем. Ҡарышлауыҡтары һолобаш һ.б. ҡыяҡлылар менән туҡлана. Йырындарҙың ҡоро битләүҙәрендә, иҫке ҡалдауҙарҙа, ҡыуаҡланған урындар буйлап, дымлы уйһыулыҡ ситтәрендә йәшәй. Республиканың көньяҡ өлөшөнөң далалы райондарында осрай. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

М.Ғ.Миһранов

Тәрж. Г.А.Миһранова



Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 26.09.2022