ФРОЛОВ Юрий Афансьевич
ФРОЛОВ Юрий Афанасьевич (28.11. 1952, БАССР‑ҙың Благовещенск ҡ.), инженер‑механик. Техник ф. д-ры (1996). ӨНИ-не тамамлағандан һуң (1978) шунда уҡ эшләй. Фәнни хеҙм‑ре үткәргес торба транспорты һәм энергия ресурстарын иҫәпләү, метрология һәм стандартлаштырыу, баҙар иҡт., юғары мәктәпте реформалау, ғилми‑техник ижад психологияһы һ.б. проблемаларға арналған. Ф. тарафынан хәүефте баһалауҙың ихтимал ысулдары, яғыулыҡ‑энергетика комплексы пр‑тиеларының сифаты б‑са норматив документтар системаһы һ.б. эшләнгән. 330‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 11 уйлап табыу авторы.
Х е ҙ м.: Промышленная безопасность в системе магистральных нефтепроводов. М., 2001 (авторҙ.); Россия на пути к рынку: экономика, государство, безопасность и качество. М., 2001 (авторҙ.); Аварии резервуаров и способы их предупреждения. Уфа, 2004 (авторҙ.).
Р.F.Шәрәфиев
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов