Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФРУНЗЕ Михаил Васильевич

Просмотров: 1590

ФРУНЗЕ Михаил Васильевич (21.1. 1885, Етеһыу өлк. Пишпек ҡ. — 31.10. 1925, Мәскәү), хәрби эшмәкәр. 1904 й. алып РСДРП(б) ағзаһы. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Гимназия тамамлаған (Верный ҡ., 1904). 1915—16 й. Чита ҡ. статистик булып эшләгән. 1916 й. алып рус армияһында, 1918 й. — Ҡыҙыл Армияла. 1917 й. башлап Эшсе һәм һалдат депутаттарының Минск советы башҡарма ком‑ты ағзаһы. 1918 й. алып Ярославль хәрби округының хәрби комиссары, 1919 й. ғин. — Көнсығыш фронттың 4‑се армияһы, марттан — Көньяҡ армиялар төркөмө, бер үк ваҡытта май айынан — Төркөстан армияһы; июлдән Көнсығыш фронт командующийы. Ф. етәкс. Боғорослан, Бөгөлмә, Бәләбәй операциялары һәм Өфө операцияһы әҙерләнгән һәм ғәмәлгә ашырылған. 1919 й. авг. башлап Төркөстан фронты, 1920 й. сент. — Көньяҡ фронт, дек. — Украина һәм Ҡырым ҡораллы көстәре командующийы. 1922 й. алып Украина ССР‑ы ХКС‑ы рәйесе урынбаҫары, 1924 й. — РККА штабы һәм РККА‑ның Хәрби акад. (Мәскәү) нач., 1925 й. — СССР Реввоенсоветы рәйесе, СССР‑ҙың хәрби һәм диңгеҙ эштәре б‑са халыҡ комиссары. Ҡыҙыл Байраҡ орд. (1919, 1924), Почётлы революцион ҡорал (1920) м‑н бүләкләнгән. Ф. исеме м‑н БР‑ҙа һәм РФ‑та торама пункттар, урамдар аталған, Өфө р‑ны Ҡыҙылъяр а. Егерме бишенсе Чапаев дивизияһының йорт‑музейы терр‑яһында уға һәйкәл ҡуйылған.

Х е ҙ м.: Избранные произведения: в 2 т. М., 1957; Неизвестное и забытое: публицистика, мемуары, док., письма. М.,1991.

Әҙәб.: Л е б е д е в В., А н а н ь е в К. М.В.Фрунзе. М., 1957; М.В.Фрунзе на Восточном фронте: сб. док. Куйбышев, 1985.

И.Ф.Плотников

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019