Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФУНКЦИОНАЛЬ ГРАММАТИКА

Просмотров: 1062

ФУНКЦИОНАЛЬ ГРАММАТИКА, тел берәмектәре төҙөлөшө функцияларын һәм уларҙың йәшәү законлыҡтарын өйрәнгән грамматика төрө. Ф.г. семантик функциялары дөйөмлөгө нигеҙендә берләшкән төрлө тел кимәлдәре саралары системаһын тикшерә. Тел материалын тасуирлағанда функциянан сараларға (төп) йүнәлеше сараларҙан функцияға йүнәлеше м‑н берлектә ҡулланыла. Ф.г. тикшереү объекттары – грамматика, ш. уҡ тел кимәлдәренең башҡа берәмектәре (лексика һәм һүҙьяһалыш). Башҡортостанда Ф.г. өйрәнеү 20 б. 80‑се йй. башлана; башҡорт тел ғилемендә теоретик нигеҙҙәре М.В.Зәйнуллин тарафынан эшләнә. Урыҫ теле, башҡорт теле, инглиз теле, француз теле материалында Ф.г. мәсьәләләрен өйрәнеүгә Т.Ә.Килдебәкова, функциональ-семантик категорияларға – Р.Ә.Әбүталипова, Р.З.Мерәҫов, З.И.Сәләхова һ.б. хеҙмәттәре арналған.

М.В.Зәйнуллин

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 04.05.2023
Связанные статьи: