Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФУНКЦИОНАЛЬ СТИЛДӘР

Просмотров: 1652

ФУНКЦИОНАЛЬ СТИЛДӘР, кешенең билдәле аралашыу сфераһында ҡулланылған әҙәби тел төрҙәре. Китап сфераһында — әҙәби‑художестволы, фәнни, публицистик, рәсми эш, эпистоляр, дини Ф.с., ш. уҡ ауыҙ-тел ижады стиле һәм реклама стиле; йәнле һөйләштә һөйләү стилдәре айырыла. Шулай уҡ стиль төрҙәре һәм Ф.с. телмәр жанрҙары айырып йөрөтөлә: әҙәби‑художестволы стилдә – проза, шиғриәт һәм драматургия; фәнни стилдә – төп фәнни, фәнни‑уҡытыу һәм фәнни‑популяр; йәнле һөйләү – көнкүреш‑һөйләшеү һәм рәсми‑һөйләшеү стилдәре. Башҡорт тел ғилемендә Ф.с. проблемаһы тәүге тапҡыр 1966 й. Ж.Ғ.Кейекбаев тарафынан күтәрелә, ул башҡ. ауыҙ‑тел ижады; яҙма (художестволы әҙәбиәт, фәнни, публицистик, рәсми эш стилдәре) һәм һөйләү телмәре стилдәрен айыра. Ғ.Ғ.Сәйетбатталов Ф.с. сифатында әҙәби‑художестволы, фәнни, ижт.‑сәйәси (йәки публицистик), канцеляр һәм халыҡ ижады стилдәрен; В.Ш.Псәнчин – йәнле һөйләү, художестволы әҙәбиәт, публицистик, эш ҡағыҙҙары, хат стилдәрен айырып ҡарай. Э.Ф.Ишбирҙин тарафынан башҡ. әҙәби теленең функциональ-стиль сфераһын китап һәм аралашыу телмәренә бүлеү теорияһы эшләнгән. Шулай уҡ Ә.Ғ.Илмөхәмәтов, Н.Б.Сәлимов һ.б. тарафынан өйрәнелә.

Әҙәб.: Сәйетбатталов Ғ.Ғ. Башҡорт теленең стилистикаһы. 2‑се кит. Өфө, 1985; Ишбирҙин Э.Ф., Ғәләүетдинов И.Ғ., Халиҡова Р.Х. Башҡорт әҙәби теленең тарихы. Өфө, 1993.

Ю.В.Псәнчин

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: