ФУРЛЕЙ Иван Иванович
ФУРЛЕЙ Иван Иванович (2.6.1939, Одесса өлк. 1‑се Николаевка а.), физик‑химик. Химия ф. д‑ры (1990). Одесса ун‑тын тамамлағандан һуң (1962) Органик химия ин‑тында (1980 й. алып лаб. мөдире) эшләй. Фәнни хеҙмәттәре электрондарҙы резонанс эләктергәндә ыңғай һәм кире иондарҙың масс‑спектрометрияһын, фотоэлектрон спектроскопияны тикшереүгә арналған. Ф. ҡатнашлығында органик берләшмәләр молекулалары өсөн тышлыҡ‑ара фешбах резонансы асыла, масс‑спектрометрия ҡулланып ҡатмарлы ҡатышмаларҙа айырып алмайынса һәм ҡуйыртмай дисульфидтарҙы, меркаптандарҙы, сульфондарҙы үҙенсәлекле билдәләү методикаһы эшләнә. 180‑дән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.
Х е ҙ м.: Обратный изотопный эффект при диссоциативном захвате электронов молекулами метилового спирта // Доклады Академии наук СССР. 1988. Т. 299. №6 (авторҙ.); Механизм образования высокоэнергетических резонансных состояний отрицательных ионов при взаимодействии электронов с молекулами // Химия высоких энергий. 1989. Т.23. №4 (авторҙ.).
Тәрж. Й.Ш.Мөхәмәтйәров